Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
13 Март , 13:16

Герой парталары асылды, турнир үтте

Иҫке Бәпес ауыл мәктәбендә волейбол турниры уҙғарыу күптән инде йолаға әүерелде. Быйыл 45-се тапҡыр үт­кәрелгән ярыш Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына, Башҡортостандағы махсус хәрби операция­ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына, Советтар Союзы Геройы Алексей Нестерович Калганов, яугир-интернационалист Радик Тимербай улы Талипов рухтарына арналды.

Герой парталары асылды, турнир үтте
Герой парталары асылды, турнир үтте

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡорто­стан Республикаһы флагтарын күтәреү хоҡуғы Афған һуғышында ҡатнашыусы майор Әнүр Әмир улы Хәлитовтың улы – “Ватан намыҫы өсөн” район конкур­сында еңеүсе команданың командиры Альвар Хәлитовҡа тапшырылды.

Волейбол турниры сиктәрендә Иҫке Бәпес мәктәбендә тағы ла бер изге эш башҡарылды. Ауылдашыбыҙ, ошо мәк­тәптең уҡыусылары, махсус хәрби опе­рацияла батырҙарса һәләк булған герой­ҙар – Фидан Фәрғәт улы Хоҙайғолов һәм Вәзих Фәрит улы Ноғоманов иҫтәлек­тәренә Герой парталары асыу танта­наһы уҙҙы. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тантанаға яҡташ герой­ҙарҙың яҡындары, туғандары саҡырыл­ды. Афған һуғышында хәрби бурысын үтәгән, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ағзаларының да был тантанала ҡатна­шыуы сараға тағы ла нығыраҡ патрио­тик рух өҫтәне. Яңы Бишауыл ауылынан яҡташыбыҙ Әхмәт Хөснетдинов Иҫке Бәпес мәктәбендә эшләп килгән ҡурай класына (уҡытыусыһы Имза Биктиме­ров) ҡурай бүләк итте.

Иҫке Бәпес ауылы хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин, Фидан­дың әсәһе Фәүриә Абуталипова, ҡатыны Альбина Хоҙайғолова, Вәзихтең апаһы Рәмилә Фәхретдинова тантанлы рәүеш­тә Герой парталарын асты. Фәүриә Әсҡәт ҡыҙы менән Рәмилә Наил ҡыҙы махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡында­ры тураһындағы яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Фәүриә Абуталипованың улы Фиданға арнап яҙған, яҡташ шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллинаның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағыш­лаған йөрәк тетрәндергес шиғырҙары күптәрҙең күҙҙәрен йәшләнергә мәжбүр итте. Азамат Муса улының һәм Әхмәт Фән улының ялҡынлы сығыштары ла бер кемде битараф ҡалдырманы.

Батырҙарса һәләк булған яҡташта­рыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғас, Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Ил­дар Хәсәнов барлыҡ ҡунаҡтарға илһөй­әрлек рухындағы йырын бүләк итте.

Азамат Муса улы Рәсәй Геройы, ге­нерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған “Шайморатов ку­богы”ның волейбол буйынса 42-се ре­спублика турнирында район ветеран­дары командаһы составында 3-сө урын яулаусы Рамаҙан Шаймарҙановҡа һәм Юнир Дилмөхәмәтовҡа миҙалдар һәм кубок тапшырҙы. Тантаналы өлөштән һуң ҡыҙыу рәүештә волейбол ярышы башланып китте. Был волейбол турни­рында Иҫке Бәпестән ике команда һәм Иҫке Муса, Ҡарлыман, Ефремкин, Яңы Бәпес ауылдарынан берешәр команда ҡатнашты.

Көсөргәнешле уйын һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Бәпес ауылының беренсе командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынға Ефремкин, ә өсөнсөгә иһә Иҫке Бәпес ауылының икенсе командалары сыҡты.

Яҡташ батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтә­легенә арналған был сара уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнар, тип ышанабыҙ.

Гөлназ ҒАФФАРОВА,

Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы.

Герой парталары асылды, турнир үтте
Герой парталары асылды, турнир үтте
Герой парталары асылды, турнир үтте
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: