Унда район мәктәптәренең ете командаһы ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған быйылғы сараны ойоштороусылар – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге, район мәғариф бүлеге.
“Ватанды һаҡлаусылар” хәрби-патриотик конкурсы күптән инде ябай спорт ярышынан ҡаһарманлыҡ, рух көсө һәм командалар берлеге байрамына әүерелде. Ысын һалдаттарҙы хәтерләткән уҡыусыларҙың күҙҙәренән осҡон сәселеп тора һәм уларҙың һәр береһе үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеү теләге менән янды.
- Ошондай саралар даими уҙғарылыуына бик шатмын. Бигерәк тә бөгөнгө көндә илһөйәрлек тәрбиәләү бик мөһим һәм кәрәкле. Илебеҙҙә йәшәүселәрҙең барыһы ла үҙенең Ватанын һаҡларға әҙер булырға тейеш. Һеҙгә яҡшы уҡырға, яңы технологиялар үҙләштерергә кәрәк. Быларҙың барыһы ла киләсәктә кәрәгәсәк. Дошман тик ятмай.
Быйыл беҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ, ә өс йыл элек фашизм яңынан күтәрелде. Һеҙҙең ағайҙарығыҙға, атай-олатайҙарығыҙға тағы ла Ватан һағына баҫырға тура килде. Ошондай конкурстарҙа ҡатнашып, һеҙ илебеҙ тыныслығын нисек һаҡларға өйрәнәһегеҙ, - тине Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Рөстәм Вәлитов.
Мәртәбәле жюри ағзалары – район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, Ветерандарға, инвалидтарға һәм инвалид балаһы булған ғаиләләргә ярҙам фонды рәйесе Рөстәм Әминев, “Гарик” ҡушаматлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы конкурстың һәр этабына үҙҙәренең баһаларын ҡуйҙы.
Конкурсанттарҙың барыһы ла физик әҙерлектән тыш ижади һәләттәрен, командала эшләй белеүҙәрен һәм Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыуҙарын күрһәтә алды. Бындай саралар үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра һәм ғүмер буйы уларҙы оҙатып барасаҡ ҡиммәттәрҙе формалаштыра.
Әйткәндәй, финал турына Иҫке Бәпес, Малай, Прибельский, Илтирәк ауылдары мәктәптәре, Ҡабаҡ лицейы, Ҡырмыҫҡалы гимназияһы һәм 2-се мәктәбе сыҡты.
Финалда ҡатнашыусыларҙың барыһын да еңеүсе тип әйтергә була, сөнки улар был конкурс һынауҙарына әҙерләнгән саҡта тағы ла көслөрәк, тағы ла таһыллыраҡ һәм белемлерәк булды.
Финал барышында улар строй менән йөрөү, Ватан тарихы һәм медицина буйынса белемдәрен, физик әҙерлектәрен күрһәтте, ижади сығыш яһанылар, хәрби эстафетала ҡатнаштылар.
Сараны ойоштороусылар һәм жюри ағзалары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа командаларҙың әҙерлеге күпкә юғары. Уҡыусылар һәм уларҙың етәкселәре был конкурсҡа етди ҡарайҙар һәм йылдан-йыл камиллаштыра баралар. Ярыш рухы барыһын да команда эшенең мөһимлеген аңларға һәм шәхси үҫешкә дәртләндерә, илһамландыра.
Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын – Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе;
2-се урын – Прибельский мәктәбе;
3-сө урын – Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Ҡабаҡ лицейы.
Был көндө 30 уҡыусы “Юнармеецтар” хәрби хәрәкәте рәтенә алынды.
“Ватанды һаҡлаусылар” хәрби-патриотик конкурсы кеүек саралар йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим булған йолаларҙы һәм ҡиммәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә. Конкурста ҡатнашыу – ул үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге генә түгел, ә ысын көстөң берҙәмлектә һәм үҙ-ара аңлашыуҙа булыуын күрһәтеү ысулы ла!
Марина ВИКТОРОВА.