Даирә
+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
2 Апрель , 16:35

Йөрәгендә еребеҙ йәме

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы публицист, яҙыусы, шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Барый Ноғомановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Йөрәгемдә ерем йәме” тип исемләнгән күргәҙмә ойошторҙо. Был күргәҙмә шағирҙың тыуған ерендә – Ҡырмыҫҡалы районында асылды.

Йөрәгендә еребеҙ йәме
Йөрәгендә еребеҙ йәме

Район мәҙәниәт һарайының фойеһында урынлашҡан күргәҙмәне асыу өсөн һүҙ райондың Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Светлана Дмитриеваға һәм БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, филология фәндәре кандидаты, С.Юлаев ордены кавалеры Зәки Әлибаевҡа бирелде. Шулай уҡ РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, М.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Рим Исхаҡов, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы, рәссам Риф Йөҙлөкбаев, билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина, М.Өмөтбаев музейы мөдире Зифа Ибраһимова Барый Ноғоманов тураһындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Күргәҙмә менән тәүгеләрҙән булып районыбыҙҙың мәктәп уҡыусылары, күп профилле колледж студенттары, китапханасылар танышты.

Күргәҙмәнең беренсе бүлеге яҡташыбыҙҙың тормош һәм ижад юлына арналған. Бында яҙыусының портреты, фотоһүрәттәре, уның шәхесе һәм ижады тураһында мәғлүмәт тәҡдим ителә. Яҙыусының эш ҡоралы булған “Москва” яҙыу машинкаһы, ҡулъяҙмаларын һәм документтарын ошо көнгәсә һаҡлаған уның яратҡан ҡара папкаһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Икенсе бүлекте балаларға арналған “Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” (1980), “Усаҡтар яна” (1986), “Аҡ сәскәле аҡлан” (1999) китаптары йәмләй. Шулай уҡ бында тормош һәм йәшәү мәғәнәһе, тыуған тәбиғәттең матурлығын данлаусы “Аҡ таңдарым” (1978), “Етегән йондоҙ” (1982), “Йөрәгемдә ерем йәме” (1985), “Минең яҙым” (1991), “Шиғриәт” (2016) шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары тәҡдим ителә.

Күргәҙмәнең өсөнсө бүлеге иһә Барый Ноғомановтың прозаһына бағышланған. Бында хәҙерге замандың көнүҙәк проблемаларын күтәргән повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары тупланған.

Экспозиция менән филиалдар менән эшләү буйынса ойоштороу-методик бүлек мөдире Эльмира Хәйбулина таныштырҙы.

Яҡташыбыҙға арналған күргәҙмә апрель аҙағына тиклем Ибраһим ауылында урынлашҡан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев музейында эшләйәсәк. Рәхим итегеҙ!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас