Район Мәҙәниәт һарайында яҙыусылар менән осрашыу үтте.
Сараны Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо. Уҡыусылар менән осрашыуға башҡорт публицисы, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Зәки Әлибаев, шағирә тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Тамара Юлдашева (Искәндәриә), шағир Хисмәт Юлдашев, шағирә, драматург, журналист, тәржемәсе Лилиә Һаҡмар, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы Лилиә Мирза килде.
Зәки Аралбаев сараны асып, уҡыусылар менән йәнле аралашыу үткәрҙе. Зәки Арыҫлан улы башҡорт һәм рус яҙыусылары һәм шағирҙары ижады, башҡорт мәҙәниәте һәм Тыуған илгә, телгә ҡарата һөйөү тураһында һөйләне. Әҙәбиәткә ҡағылған төрлө һорауҙарын бирҙе. Ул балаларҙы ижад итергә, конкурстарҙа, проекттарҙа ҡатнашырға өндәне. Әҙәбиәт белгесенең сараны мауыҡтырғыс итеп алып барыуы башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы тағы арттыра төшкәндер.
Шиғриәт минуттарын дауам итеп һүҙ шағир Хисмәт Юлдашевҡа бирелде.
- Хәйерле көн бөйөк шәхестәрҙең яҡташтары - уҡыусылар, уҡытыусылар. Билдәле яҡташығыҙ, күренекле шағир Ирек Кинйәбулатов, ҡайҙа барһаҡ та ҡайҙа йөрөгәнебеҙҙе белеп килдек, ти торғайны. Бына беҙ ҙә ҡайҙа килгәнебеҙҙе белеп килдек. Ҡырмыҫҡалы ере – әҙиптәр төйәге. Ҡырмыҫҡалы районынан сыҡҡан бөйөк әҙәбиәтселәр, шағирҙар - Ғайса Хөсәйенов, Шәриф Бикҡол, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Роберт Байымов, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев һәм башҡа бик күп шәхестәрҙе телгә алып үтер инем. Мин һеҙҙең күренекле әҙиптәрегеҙгә рәхмәт әйткем килә. Беҙ уларҙың хозур яҡтылығында тәрбиәләндек, рухланып үҫтек, - тине Хисмәт Хәсән улы һәм тамашасыларға бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Осрашыу йылы дуҫтарса мөхиттә үтте, бөтәһенә лә оҡшаны, мауыҡтырғыс булды. Ҡунаҡтар балаларҙы үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы. Тамара Юлдашева, Лилиә Һаҡмар шиғырҙарын уҡыны, Лилиә Мирза балаларға әкиәттәрен уҡып ишеттерҙе. Әҙиптәр уҡыусыларға үҙҙәренең ижадына ҡағылышлы һәм башҡа төрлө һорауҙар бирҙеләр. Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар сарала иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы туған телдә сыҡҡан журналдар менән бүләкләне.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Лилиә Мирза Ҡабаҡ лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән уҡытҡан, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Ул башҡорт теленең беренсе, инновацион әлифбаһы авторы. Башҡорт телен өйрәнеү әлифбала әкиәттәр буйынса алып барыла. Дәреслектә әкиәт текстары өс вариантта бирелә: башҡорт телен һәйбәт белгән уҡыусылар өсөн, һөйләшеү телмәре менән генә таныш булғандарға һәм телде бөтөнләй белмәгән балалар өсөн.
- Мин 25 йыл Ҡабаҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем. Дәрестәрҙә әкиәт күберәк булыуын теләй инем. 1996 йылда мин әкиәттәр аша уҡырға өйрәткән әлифба яҙа башланым. 2003 йылда уны балалар өсөн рәсемле буяу китабы итеп баҫтырып сығарҙым. Райондың Ҡырмыҫҡалы, Прибельский, Ҡабаҡ һәм Олокүл мәктәптәре уҡытыусылары минең китап буйынса эшләнеләр. Был әсбап «Хәрефтәр донъяһында» исеме аҫтында 2009 йылда баҫылып сыҡты, - тине Лилиә Мирза ҡыҙы.
Сара һуңында мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова ҡунаҡтарға, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе.
- Тәрән йөкмәткеле сығыштар, шәп оҫталыҡ дәрестәре күңелебеҙгә хуш килде, һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, тағы ла осрашыуға көтөп ҡалабыҙ, - тине Гүзәл Ринат ҡыҙы һәм файҙалы сараны ойоштороусыларға район мәғариф бүлеге исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ысынлап та, тәрбиәүи йәһәттән бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Сөнки, уҡыусылар алдынғы ҡарашлы замандаштары менән осрашып ҡына ҡалмай, үҙҙәренә яңы мәғлүмәт туплай, күңелдәренә рухи орлоҡ һала.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.