Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
16 Октябрь 2025, 10:30

Моң батшаһы ҡурайға бағышланды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы 10 октябрь Ҡурай көнө итеп иғлан ителде. Ошо уңайҙан Үрге Төкөн ауыл клубында Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булған – ҡурайға арналған осрашыу кисәһе үтте.

Моң батшаһы ҡурайға бағышланды
Моң батшаһы ҡурайға бағышланды

Ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Айгөл Хәмитова сараны асып, ҡурай көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырғас:

Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,

Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,

Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,

Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын,

- тип күренекле шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғырын һөйләне.

- Үҙем татар милләтенән булһам да, ҡурайға, башҡорт халҡына ғашиҡ кешемен. Килен булып төшкән ошо Үрге Төкөн ауылын да яратам. Имза Әхтәм улына ауылыбыҙҙың бик күп балаларын ҡурай уйнарға өйрәткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Минең улым да ул биргән белем менән сәнғәт юлынан китте һәм бөгөнгө көндә матур итеп эшләп йөрөй. Киләсәктә лә башҡорт йырҙары, ҡурай моңдары һүнмәһен, һүрелмәһен, - тигән һүҙҙәренә ҡушып Эльвира Хәлимова:

Нур тулған алтын ҡамыш ул һин, ҡурай,

Зиндан емергән тауыш ул һин, ҡурай.

Донъямдың күңел ҡылы ул һин, ҡурай,

Беренсе ләйсән ямғыры ул һин, ҡурай.

Имгәнмәй юлдан киләмен, рәхмәт, ҡурай,

Йырларға рөхсәт бирҙең, рәхмәт, ҡурай.

Башҡортомдоң беренсе дуҫы ул һин, ҡурай,

Йәшә, йәшә, изге ҡурай – яҙғы турғай! – шиғыр юлдарын бүләк итте.

Моң батшаһы ҡурайға бағышланған осрашыуҙың ҡунағы – Ҡырмыҫҡалы Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы Имза Биктимеров ауылдаштарына ҡурай серҙәре, тарихы тураһында бәйән иткәндән һуң башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен ҡурайҙа уйнап һәм йырлап ишеттерҙе.

Серле ҡурай моңона әсир булған тамашасылар ауылдаштарының сығышын тын да алмай тыңланылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә лә өлгөрҙөләр.

Бөгөнгө көндө махсус хәрби операцияла илебеҙ именлеге өсөн һәләк булған яҡташтарҙы хәтергә алып, уларға ла йыр бағышланылды был кисәлә.

Сара һуңында тамашасылар үҙҙәре лә хис-тойғоларға бирелеп, Имза Биктимеровтың ҡурайына һәм Вәзих Бикҡужиндың гармунына ҡушылып, йырлап та, бейеп тә алдылар.

Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа ҡурайға иғтибар бермә-бер артты һәм ул донъя кимәлендә лайыҡлы урын биләй, быуындан-быуынға күсә килә һәм яңыра, көсәйә бара. Шуға ҡурай үҙе ҡыҫҡа ғына булһа ла, ғүмере уның бөткөһөҙ оҙон!

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас