Район башлығы студенттар менән осрашты
Баш ҡалала белем алыусы студенттар менән йыл һайын район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм башҡа район белгестәре осрашыу ойоштора. Быйылғы осрашыу ҙа әһәмиәтле үткән.
Яҡташ студенттар менән осрашыуҙан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән “СтендМастер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Радмир Исламов бүлеште.
- Студенттар менән күрешергә ҙур ғына делегация менән барҙыҡ. Был, әлбиттә, ябай осрашыу ғына булманы. Сарала йәш яҡташтарыбыҙ менән фекер алыштыҡ, уларҙың проблемалары хаҡында белештек. Йәнле әңгәмә барышында районыбыҙ мөмкинлектәре тураһында бәйән иттек, үҙебеҙҙең районға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр менән таныштырҙыҡ. Районыбыҙҙа эшләүҙең ыңғай яҡтары, бында барлыҡ шарттар тыуҙырылыуы һәм карьера буйынса үҫергә ҙур мөмкинлектәр барлығы хаҡында конкрет миҫалдар килтерелде. Район эшҡыуарҙарының ауыл ерендә лә эшҡыуарлыҡ эшен киң йәйелдереп ебәреүе хаҡындағы мәғлүмәттәр менән бүлештек. Эйе, ауыл ерендәге эшҡыуарлыҡ эшендә хәҙерге заманда логистика өлкәһенең, интернеттың ярҙамы ҙур. Ауылда эшләүе барыбер ҙә яҡшыраҡ һәм еңелерәк тип тә әйтә алам. Тыуған ереңдә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре күп.
Йәп-йәш кенә егет-ҡыҙҙар ҡалаларға сығып китеп, үҙ тыуған ерҙәрен, төп йорттарын онотмаһын өсөн ошоноң кеүек осрашыуҙар, аралашыуҙар күберәк булһын, тигән теләктәмен. Беҙҙең делегацияла төрлө хеҙмәт вәкилдәренең, район башлығы һәм уның урынбаҫарҙары, баш табиптың, йәш белгестәрҙең, эшҡыуарҙарҙың булыуы отошло ине тигән фекерҙәмен. Беҙ студенттарға үҙебеҙҙең уй-фекерҙәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе еткерергә өлгәшкәнбеҙҙер, тип ышанам. Осрашыуҙан бик яҡшы тәьҫораттар алып ҡайттым. Шуны ла әйткем килә: бер районда йәшәһәк тә, һәр кемебеҙ үҙ эше менән мәшғүл булып, бергәләшеп осрашып һөйләшергә лә ваҡыт тапмайбыҙ. Осрашыуға барған һәм ҡайтҡан саҡта делегация вәкилдәре менән үҙ-ара әңгәмәләшергә, фекер алышырға ла мөмкинлек тыуыуы ҡыуандырҙы. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Ошондай шәп осрашыуға саҡырғандары өсөн рәхмәтлемен, - ти Радмир Рәжәп улы.
Районыбыҙ йәштәре үҙ тыуған яҡтарын онотмаҫтар, уҡып бөткәс тә был яҡтарға кире әйләнеп ҡайтырҙар, тигән өмөттәр бағлайбыҙ.