Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
1 Август , 11:57

Класташтар һағынышып осрашты

Йәй күңелле осрашыуҙар өсөн бик матур мәл. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. Бил­дәләнгән ваҡытҡа көндәрен йәлләмәй, эш мәшәҡәттәрен ҡалдырып, алыҫ араларҙы яҡынайтып, 1984 йыл сыға­рылышының 10 “а” класы уҡыусылары Түбәнге Төкөн урта мәктәбенә осрашыу сараһына йыйылды.

Класташтар һағынышып осрашты
Класташтар һағынышып осрашты

 

 Класташтар һағынышып осрашты

Йәй күңелле осрашыуҙар өсөн бик матур мәл. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. Бил­дәләнгән ваҡытҡа көндәрен йәлләмәй, эш мәшәҡәттәрен ҡалдырып, алыҫ араларҙы яҡынайтып, 1984 йыл сыға­рылышының 10 “а” класы уҡыусылары Түбәнге Төкөн урта мәктәбенә осрашыу сараһына йыйылды.

 

 Әлбиттә, нисәмә йылдар күрешмәгәндәр өсөн ҡырҡ йылдан һуң был класташтар осрашыуы бик тулҡынланды­рғыс ваҡиға булды. Һиҙҙер­мәйенсә 40 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Нисәмә йылдар уҙһа ла, мәктәп йылдарына хәтере­беҙ менән йыш әйләнеп ҡай­табыҙ.

Беҙгә белем биргән уҡыты­усыларыбыҙ - Әхмәт Абдулла улы Бикҡужин (физика), Зөл­фирә Минетдин ҡыҙы Бикҡу­жина (хеҙмәт дәресе), Миңни­са Миңнулла ҡыҙы Хәйерова (математика), Зөһрә Кинйәбай ҡыҙы Әсфәндийәрова (география), Хәсән Ғәйнулла улы Ибраҡов (класс етәксе­беҙ) һәм әлеге мәктәп дирек­торы Эльвира Тәҡиулла ҡыҙы Үтәкова осрашыу кисәһенең мәртәбәле ҡунаҡтары булды­лар.

Ул саҡта яңы институт та­мамлап килгән йәш уҡытыу­сы Хәсән Ғәйнулла улының беҙ беренсе уҡыусылары бул­дыҡ. Беҙҙең барлыҡ уңышта­рыбыҙҙа һәр бер уҡытыусы­быҙҙың өлөшө бар. Уҡытыусы эше бик ауыр хеҙмәт. Беҙ һеҙҙе ысын күңелдән хөрмәт итәбеҙ. Һеҙҙең сабырлығығыҙға, ты­рышлығығыҙға, ҙур тормош юлына баҫтырған изге күңел­ле уҡытыусыларыбыҙға ысын күңелебеҙҙән, йөрәк түре­беҙҙән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәт­тәребеҙҙе әйттек.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ара­быҙҙа күптәребеҙ юҡ инде. Шуға күрә лә осрашыуҙы мәсеттән башланыҡ. Бөгөнгө көндө беҙҙең арала булмаған һабаҡташтарҙы, донъя ҡуй­ған уҡытыусыларҙы оло хөр­мәт менән иҫкә алып, Ринат хәҙрәттән доғалар уҡытып, мәктәпкә юлландыҡ.

Йылдар үҙенең эҙен ҡалдырған, сәстәргә салдар ҡунған, маңлайҙарға һырҙар ярған. Мәктәптә уҡыған йыл­дарыбыҙ, бала саҡтар йыраҡта ҡалһа ла, барыһы ла хәтерҙә, ошо баласаҡ иҫтәлектәребеҙ ҙә беҙҙең уртаҡ.

Мәктәп йылдары беҙгә бе­лем бирҙе, эш һөйөргә, ярҙам­сыл булырға, тормоштоң, яҡындарҙың, дуҫтарҙың һәм йәшәүҙең ҡәҙерен белергә, яҡшыны ямандан айырырға, намыҫлы булырға өйрәтте. Беҙ класс менән бергәләшеп мәктәп баҡсаһында, сөгөлдөр, бәрәңге баҫыуҙарында эшлә­нек, сәйәхәттәргә йөрөнөк, кисәләр, класс сәғәттәре үт­кәрҙек, пионерға индек, комсо­мол сафтарында бергә атланыҡ.

Мәктәп беҙгә белем генә түгел, беренсе тормош дәре­стәре лә бирҙе. Беҙ ошонда үҙе­беҙгә тоғро дуҫтар таптыҡ, шу­ның менән дә мәктәп ҡәҙерле һәм яҡын. Беҙ уҡытыусылары­быҙҙы яраттыҡ, һәр береһен хөрмәт иттек. Уҡыу ваҡытын­да талапсан булдылар, хәҙер аңлайбыҙ – улар беҙҙе яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләргә ты­рышҡан.

Һәр класташ, һәр бер уҡы­тыусы беҙгә ҡәҙерле. Уҡы­тыусыларыбыҙ менән бәйле хәл-ваҡиғалар, партанан-пар­таға йөрөп тырышып дәрес аңлатыуҙары һаман да бөгөн­гөләй күҙ алдында. Әле улар менән тормоштағы, ғаиләләге төрлө хәлдәр, уңыштарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Осрашы­уҙа һабаҡташтарыбыҙҙы, уҡы­тыусыларыбыҙҙы барланыҡ, һәр береһен хөрмәтләп иҫкә төшөрҙөк. Күңелдә булған уй- хистәрҙе ябай һүҙҙәр менән әйтеп аңлатып бөтөрөп бул­май. Бына шулай беҙ аҙға ғына булһа ла бала саҡҡа, мәктәп йылдары хәтирәләренә ҡай­тып, уҡытыусыларыбыҙ менән осрашып, тағы ла уҡыусылар булып парта артында ултырырға тура килде.

Уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, бар ғүмерен бары тик белем биреүгә бағышлаған, Түбәнге Төкөн урта мәктә­бен тамамлаған һәр уҡыу­сы тарафынан тик яҡты һәм йылы һүҙҙәр менән генә телгә алынған күптән инде баҡый­лыҡҡа күскән хөрмәтле һәм абруйлы уҡытыусыларыбыҙ - тарих уҡытыусыһы Абдулхаҡ Закир улы Бикҡужин, беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ Асия Сәит ҡыҙын Туҡтарованы иҫкә алмай мөмкин түгел. Беҙҙең быуынды һуғыш ветераны, һуғыш балалары уҡытыуы менән бәхетлебеҙ. Улар беҙгә белем, тәрбиә генә түгел, тор­мош тәжрибәһе лә бирҙеләр.

1974 йылда Түбәнге Төкөн урта мәктәбенең 1-се кла­сына кескәй генә 17 ауыл балаһы уҡырға килгәйнек. Асия Сәит ҡыҙы беҙҙең һәр беребеҙҙе яҙырға, әлифба­ның хәрефтәрен өйрәтеп, яҙып-һыҙырға, ҡабатлау таблицаларын ятлап, мәсьәләләр сисергә тыныс ҡына итеп өй­рәткән беренсе уҡытыусыбыҙ, мәктәбебеҙҙең нисә быуын уҡыусыларының яратҡан уҡы­тыусыһы, икенсе әсәһе булды. Беҙҙең күңелдә Асия апа ту­раһында яҡты иҫтәлек ғүмер­леккә уйылып ҡалды. Сабыр, тыныс, етди һәм ғәҙел, бере­беҙҙе лә айырманы, яҡшыға йәки насарға бүлмәне, хатта әрләгәне лә булманы. Нисәмә йылдар үткәс булһа ла беҙҙең доғаларыбыҙ Асия Сәит ҡыҙы­на һәм уның тормош иптәше, тарих уҡытыусыһы, һуғыш ве­тераны Абдулхаҡ Закир улы­на бөтәбеҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәре булып барып етһен!

Артабан күл буйында табын әҙерләп, рәхәтләнеп, күңел булғансы һөйләшеп ултырҙыҡ. Күпме ваҡыт ултырһаҡ та һөй­ләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Ошо осрашыуҙан ҡалған шатлыҡлы уй-кисерештәр күңелдәрҙә ма­тур йылы хәтирәләр булып бик оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайбыҙ. Артабан да берҙәм булайыҡ, теүәл булайыҡ! Тағы ла шундай күңелле осрашып күрешеүҙәр насип булһын!

Ислам ЮЛМӨХӘМӘТОВ

Автор:
Читайте нас: