Ҡырмыҫҡалы районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Ҡарлыман йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндерә башланылар. 61,5 метр оҙонлоҡтағы күпер ҡоролмаһында подряд ойошмаһы барьер һәм йәйәүлеләр кәртәләрен, цоколь плитәләрҙе, үткәүел плиталарын һүткән, гидроизоляцияны һәм иҫке асфальтты ҡырып алған. Күпер үткәүеленең ситке терәүен тергеҙеү буйынса эштәр дауам итә.
– Күпер Өфө - Инйәр - Белорет юлында урынлашҡан. Был популяр туристик йүнәлеш. Юл йәйге ял итеү урындарына, шулай уҡ Көньяҡ-Урал тәбиғәт ҡурсаулығы, Инйәр тештәре, “Абҙаҡ” тау саңғыһы курорты, Атыш шарлауығы кеүек иҫтәлекле урындарға алып бара, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Күперҙә ремонтты 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Эштәр график буйынса бара. Уларҙы үтәү өсөн 34 миллион һум самаһы йүнәлтелә.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.