Остаздарыма рәхмәтлемен
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мәғариф системаһында туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт: традициялар һәм инновациялар» темаһына фәнни-ғәмәли конференция булып уҙҙы.
Ул Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә билдәле юғары мәктәп уҡытыусылары профессорҙар Әхмәр Аҙнабаев менән Рәшит Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Был сарала ошо университетты тамамлаған элекке студент, бөгөнгө Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы булараҡ миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ошо хаҡта үҙемдең тәьҫораттарым менән уртаҡлашам.
Был фәнни-ғәмәли конференция бик йөкмәткеле булды. Уның тәүге өлөшө пленар ултырыш формаһында уҙһа, икенсе өлөшө түңәрәк өҫтәл рәүешендә үтте. Сығыш яһаусылар Әхмәр Аҙнабаев менән Рәшит Әлмөхәмәтов хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Улар был шәхестәрҙең киң эрудициялы ғалим, талапсан уҡытыусы булыуын билдәләне. Ошондай бөйөк кешеләрҙән төплө педагогик, һөнәри һәм методик белем, тормош тәжрибәһе алыуға өлгәшкән студенттар заманында бик бәхетле булды. Бөгөн улар республикабыҙҙың мәғариф системаһында төп көстәр булып, остаздары традицияларын лайыҡлы дауам итә. Мин үҙем дә ошо һәм башҡа остаздарыма сикһеҙ рәхмәтлемен.
Ғәлиә ВӘЛИЕВА.
Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы.