Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») сиктәрендә 2019 йылдан алып туғыҙ мең кеше авария хәлендәге йорттарҙан яңы торлаҡҡа күсерелде.
Дөйөм майҙаны 111 мең квадрат метр тәшкил иткән был авариялы йорттарҙа йәшәгәндәрҙең 81 проценты яңы фатирҙарға эйә булды, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
“2023 йыл йомғаҡтарына ярашлы, республика ошо күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләй”, – ти министр вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин. – Был эш артабан да дауам итәсәк”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башинформ”.