Ижади рух һәм илһам алдыҡ
Быйыл да “Даирә” гәзите менән даими хеҙмәттәшлек иткән, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙ менән иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙҙы. Улар менән күрешеүҙе беҙ һәр йыл һайын көтөп алабыҙ.
Ҡунаҡтарыбыҙҙы тәбрикләп, “Даирә”нең баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласова гәзиттең эшмәкәрлеге һәм яңылыҡтары менән бүлеште.
- Гәзиткә заман талаптарына ярашлы яңылыҡтар индерәбеҙ. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған проектта ҡатнашып, грант алыуға өлгәштек. Ҡыҙғанысҡа, гәзитебеҙ уҡыусылары йылдан-йыл олоғая бара. Йәштәр яңылыҡтарҙы күберәк интернет селтәренән уҡый, сөнки улар ҡағыҙ гәзитте ҡулға тотоп уҡып өйрәнмәгән. Шуға күрә “Даирә” гәзитенең интернеттағы төркөмдәрен дә үҫтерергә, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрергә тырышабыҙ. Уның эшен тағы ла йәнләндереү маҡсатында һеҙҙән дә ярҙам көтөп ҡалабыҙ. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, тиҙ генә яҙып йәиһә фотоға төшөрөп беҙгә ватсап аша ебәрә алаһығыҙ. Һәр ауылда тиерлек әүҙем ҡәләмселәребеҙ булыуы ҡыуандыра. Беҙгә һеҙҙең һәр берегеҙ ҡәҙерле, һәр берегеҙҙе көтөп алабыҙ һәм киләсәктә лә һеҙҙән тарих, әхлаҡ, тәрбиә темаларына, булдыҡлы яҡташтарыбыҙ, күркәм ғаиләләр тураһында мәҡәләләр көтәбеҙ. Артабан да шулай бергә ҡалайыҡ һәм милли баҫмабыҙҙы һаҡлап ҡалыуға ҡулдан килгәнсе өлөш индерәйек, - тине ул һәм ҡунаҡтарҙың һәр береһенә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Иң тәүҙә 2023 йыл лауреаттарын - йәшәйеш хаҡындағы шиғырҙары, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Яңы Ҡыйышҡынан Әлиә Рәхимованы; ҙур күләмле эстәлекле очерктары, тыуған яҡ хаҡында йөкмәткеле шиғырҙары өсөн Ҡарлымандан Фәрғәт Ҡотлобаевты билдәләп үттек. Байрамыбыҙға килә алмаусы Үтәгәндән Миңнифә Батталованың (хисле һәм патриотик рухлы нәҫерҙәре өсөн) һәм Иҫке Мусанан Фәниә Юнысованың (“Хәйҙәр тауы” хикәйәһе һәм “Сөгөлдөр баҫыуы ҡайҙа?” тигән мәҡәләһе өсөн) бүләктәре көтөп ҡала.
Яңы йылға бағышланған шиғырҙар конкурсында еңеүселәр: Ҡырмыҫҡалынан Ғәлимә Тимерғазина, Үтәгәндән Гәүһәрә Моталлапова (шулай уҡ “Тормош матур булмаҫ ине һағыныр иҫәлектәр булмаһа” конкурсында еңеүсе); “Атайсалым – тыуған яғым” конкурсы еңеүселәре: Иҫке Бәпестән Миңниса Камалова (килә алманы) һәм Фирүзә Абдуллина, Бишауыл-Уңғарҙан Динә Мөлҡаманова, Яңы Бишауылдан Мәрүәр Ишморатова (шулай уҡ Яңы йылға бағышланған шиғырҙар конкурсында еңеүсе), Иҫке Шәрәйҙән Мәүлиҙә Тажетдинова һәм Үтәгәндән Зөлфиә Әсфәндийәрова; “Уҡытыусым – яҡты ҡояш” конкурсы призеры Ҡарлыманбаштан Гөлнара Иҫәнғолова; “Тормош матур булмаҫ ине һағыныр иҫәлектәр булмаһа” конкурсы еңеүсеһе Ибраһимдан Сажиҙә Әхмәҙиевалар билдәләнде. Ә Иҫке Бәпес ауылы китапханаһының “Кәрәҙ” ижади түңәрәге етәксеһе Фәүриә Абуталипова “Даирә” гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткәне өсөн бүләкләнде.
Гәзиттең төрлө бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар алған Ҡырмыҫҡалынан Гөлнур Әхмәҙиева, Бишауыл-Уңғарҙан Фәнзилә Хисамова һәм “Даирә” гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе Бишауыл-Уңғарҙан Рим Исхаҡов осрашыуҙа була алманы. Уларҙы ла бүләктәре көтә.
Әлбиттә, ҡунаҡтарыбыҙҙың һәр береһе һүҙ оҫтаһы булараҡ, үҙ сираттарында теләк-фекерҙәре, ижади гөлләмәләре менән бүлешмәйенсә булдыра алманылар.
“Шиғыр яҙған һәр кем
Ул шағирә түгел.
Шиғыр яҙыу – күңел
талабы.
Күңелемә ҡунһа
илһам ҡошо,
Мин ҡулыма ҡәләм аламын”, - тип һүҙ башланы һәр шиғырын яттан һөйләүсе яҡташыбыҙ Сажиҙә Әхмәҙиева.
- Шундай ҙур эштәр башҡараһығыҙ, ғәмәл дәфтәрҙәренә Хоҙай Тәғәләнән сауап булһын үҙегеҙгә. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла иҫ киткес шиғырҙар ижад итә, мәҡәләләр яҙа. Гәзит биттәренән уларҙың ижадын ҡат-ҡат уҡыйым, - тип дауам итте шиғри күңелле Зөлфиә Әсфәндийәрова.
- Бәләкәй генә балаларҙың ижадын ҙур итеп күккә күтәреп, уларҙың һәм ата-әсәләрҙең күңелдәрен күтәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тип ҡушылды һүҙгә Фәүриә Абуталипова.
- Күптәр менән ошоға тиклем тик гәзит биттәре аша ғына таныш инек. Беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, яҡындан танышырға форсат биргәндәре өсөн “Даирә” хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Улар – районыбыҙ тормошон яҡтыртыусылар. Яҙам тиһәң, темалар ҙа бик күп, әммә илебеҙҙә барған ваҡиғалар арҡаһында һуңғы ваҡытта ҡулдан ҡәләм төштө. Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге, халҡыбыҙҙың үҫеше, балаларыбыҙҙың тыныс тормошта һәм саф һауала йәшәүе тигән сәпкә табан төрлөбөҙ төрлө юлдарҙан барабыҙ. Юлдарыбыҙ уң булһын, - тигән күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе Фәрғәт Ҡотлобаев.
- Эйе, һәр беребеҙ үҙебеҙсә уйлайбыҙ, ләкин барыбыҙҙың да уйҙарыбыҙ бер нимәгә – Башҡортостаныбыҙға һәм Рәсәйебеҙгә әйләнеп ҡайта. Мостай Кәрим әйтмешләй, рус түгелмен, ләкин россиян мин. Ысынлап та, ҡулдан ҡәләм төштө, күңелдә тынғылыҡ юҡ, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, үҙенең йөрәк ҡылдарын тирбәтерлек шиғырҙарын теҙҙе Фирүзә Абдуллина.
Уның һүҙҙәрен йөпләп, Динә Мөлҡаманова ла шиғыр юлдары аша күңел зарын еткерҙе:
“Һуғыш тигән оран
тиҙ арала
Илем киңлектәрен иңләне.
Әсе ҡайғы менән
күҙ йәштәре
Ил өҫтөндә ауыр
иң ләне...”
Ә беҙ инде ошо шиғри күңелле, ижади ҡарашлы кешеләр йыйылған ерҙә һәр сығыш яһаусыны рәхәтләнеп тыңланыҡ, күңелебеҙҙе байыттыҡ, артабан эшләргә ижади рух һәм илһам алдыҡ.
Ҡунаҡтарыбыҙ башҡа йылдарҙа сәй табынында күңелле хәбәрҙәр һөйләшеп, йырлашып ултырһалар, был юлы һүҙ күберәк илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар тирәһендә уралды. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен тигән теләк берләштерҙе уларҙың барыһын да.
- Дәртле йырҙар һуҙыр көндәр алда булыр әле. Беҙҙең ижадты хөрмәт иткәнегеҙ һәм беҙҙе бергә йыйғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тип таралышты ҡунаҡтарыбыҙ.
Розалия БИКТИМЕРОВА.