Ауыл мәктәбендә уҙған осрашыуҙа уҡыусылар, ата-әсәләр, ауыл халҡы ҡатнаша. Тимерғәле Рәлис улы эшҡыуарлыҡ эшен башлап ебәргән саҡта килеп тыуған ауырлыҡтарҙы, уларҙы нисек итеп еңеп сығыуы тураһында бәйән итә.
- Балаларҙы бигерәк тә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙамды оҙатып барған саҡтағы, Донецк Халыҡ Республикаһы балалары менән осрашҡандағы уй-тойғолар ҡыҙыҡһындырҙы. Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән йәмле концерт программаһы барлыҡ ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Был осрашыуҙа көтөлмәгән бер хәл ҡыуандырҙы – мине пионерға алдылар! Шулай уҡ уҡыусылар беҙгә үҙҙәренең ҡулы менән эшләнгән бүләктәр тапшырҙы. Барыбыҙҙың да күңеле булды. Ошондай матур осрашыу ойошторғандары өсөн Үтәгән мәктәбе уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына рәхмәтлебеҙ, - тип белдерә Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова.
- Үтәгән ауылы мәктәбендә осрашыуҙа булдым. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап биргәс, спорт ярышында ла ҡатнаштым. Мәктәп коллективының Башҡортостан пионерҙары сафына алыу йолаһы буйынса миңә тағы бер тапҡыр пионер галстугы тағыу бәхете тейҙе. Ҙур булмаған Үтәгән ауылында бик әүҙем халыҡ йәшәй. Килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙе улар һәр ваҡыт татыу башҡаралар. Шулай уҡ күмәкләшеп төрлө саралар үткәрәләр, МХО-ға ярҙам итәләр. Күптән түгел маскировка селтәрҙәре үреү штабы асҡандар, яугирҙәргә посылкалар әҙерләйҙәр, мәктәптә әүҙем рәүештә балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү эшен алып баралар. Бигерәк тә бер йәш артистың сығышы күңелемә үтеп инде. Уның менән һуңыраҡ таныштырырмын, - тип яҙа был осрашыу хаҡында социаль селтәрҙә Тимерғәле Ураҙғолов.
Ошондай йылы осрашыуҙар киләсәктә лә булып торһон!