Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
4 Октябрь 2021, 22:01

Ҡаҙағстан менән бәйләнештәр нығый

Рәсми делегация Ҡаҙағстанда бик уңышлы йөрөп ҡайтҡандан һуң, әүҙем хеҙмәттәшлек башланды. 

Ҡаҙағстан менән бәйләнештәр нығый
Ҡаҙағстан менән бәйләнештәр нығый

Үткән аҙна башында республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселек иткән Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанда булып ҡайтты. Өс көнлөк сәфәр бик эшлекле шарттарҙа үтте, яҡтар өсөн үтә файҙалы булды. Был турала кәңәшмәлә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева һөйләне.

Сәфәр барышында  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев, Ҡаҙағстандың Премьер-министры Асҡар Мамин, Ҡаҙағстан Парламенты Сенаты рәйесе Мәулен Әшимбаев, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе хакимы Ғәли Искәлиев, Ҡаҙағстандағы Рәсәй илселегенең ваҡытлыса ышаныслы вәкиле Александр Комаров менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.

Рәсми делегацияның төп сараһы Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре презентацияһы булды. Ҡаҙаҡтарға республиканың мөмкинлектәрен, инвесторҙар өсөн булдырылған шарттар тураһында һөйләнеләр. Уның йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереү өсөн эш төркөмө булдырырға ҡарар ителде. Беҙҙең яҡтан уға Премьер-министр Андрей Назаров етәкселек итәсәк.

Сәфәрҙең тағы бер мөһим ваҡиғаһы Башҡортостан Вәкиллегенең Конгресс-бюроһын асыу булды. Шулай уҡ Нур-Солтандағы Дуҫлыҡ йортонда республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тыуған һәм әле Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтар менән осрашты. Тағы бер һәйбәт яңылыҡ: коронавирус пандемияһы тамамланғас, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында даими авиабәйләнеш асыласаҡ. Был бизнес өсөн дә, туризм өсөн дә яҡшы мөмкинлек буласаҡ.

Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе хакимы Ғәли Искәлиев менән осрашты. Көн тәртибендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте, сәнәғәт, эшлекле һәм мәҙәни-белем биреү бәйләнештәрен үҫтереү булды. Осрашыу барышында яҡтар ике төбәк хеҙмәттәшлегенең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләште. Был, тәү сиратта, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф һәм фән. Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһендә ҙур газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтары бар. Шуға күрә улар Башҡортостандың газ эшкәрткән предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә теләй.

– Был осрашыу сиктәрендә 10-12 октябрҙә Башҡортостанға 14 кешенән торған делегация киләсәк, уға илдең сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов етәкселек итәсәк. Уның составына Ҡаҙағстан бизнесы вәкилдәре инә, – тине Маргарита Болычева.

Комитет рәйесе белдереүенсә, дөйөм алғанда, 250 самаһы эшлекле осрашыу булған. Һөйләшеүҙәр нигеҙендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында биш килешеүгә, тауар килтереү тураһында килешеү һәм дилер килешеүенә ҡул ҡуйылған.

Ҡаҙағстан вәкилдәре ашлама, орлоҡ, шәкәр, ит һәм тауыҡ һатып алыу өлкәһендә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Осрашыуҙар барышында предприятиелар араһында бәйләнеш булдырылған.

Радий Хәбиров Хөкүмәткә эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итеүҙең аныҡ ваҡыттары һәм пландар менән юл картаһын булдырырға ҡушты.

– Иң мөһиме – беҙҙең уртаҡ проекттар өсөн Ҡаҙағстандың ҙур баҙарына юл асыуға шарттар булдырыу. Бында иҡтисади, белем биреү һәм һанлы проекттар инә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Ҡаҙағстан менән тура авиабәйләнеш асыу мәсьәләһен тикшерергә тейешбеҙ – Өфө – Нур-Солтан маршрутында ташыусыны билдәләргә, кешеләр өсөн уңайлы тарифтар булдырырға кәрәк. Компаниялар Алма-Атаға рейс асыуҙа ла ҡыҙыҡһыныу белдерә. Был – беҙҙең республика өсөн мөһим туристик йүнәлеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-10-04/a-a-stan-men-n-b-yl-nesht-r-ny-yy-2530172
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: