Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
14 Апрель 2021, 11:44

Красноусолда «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы ойошторола

16-17 апрелдә Красноусолда «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы ойошторола.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, форум программаһында бер нисә секцияның эше планлаштырыла, унда республика, район һәм электрон киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнаша.
Форум республика халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлауҙың, йәмғиәттә татыулыҡты нығытыуҙың мөһим ҡоралы булған Башҡортостан халыҡтары телдәрендә сығып килгән баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.
Форумдың бурыстары – милли киң мәғлүмәт саралары араһында тәжрибә уртаҡлашыу; милли киң мәғлүмәт сараларының яңы эш формаларын асыҡлау; милли киң мәғлүмәт саралары эшендә дөйөм проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү; милли киң мәғлүмәт саралары журналистарының һөнәри үҫешенә этәргес биреү.
«Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү эшендә милли киң мәғлүмәт саралары төп ролдәрҙең береһен уйнай тип иҫәпләйбеҙ, шуға ошо форумды үткәреү башланғысы менән сыҡтыҡ. Әлбиттә, бөгөн уларҙың заманса баҙар шарттарында үҙҙәрен нисек тойоуын, дәүләттән ниндәй ярҙам көтөүен, бөгөнгө шарттарҙа интернет-мөхиткә сығыу, аудиторияны үҫтереү буйынса ниндәй мөмкинлектәр күреүен аңлау мөһим», — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: