Киҙеү - бөтә ерҙә лә таралыусы вирус инфекцияһы.
Сир башланғас та тән температураһы 38—ҙән юғары күтәрелә, баш ауырта, тән һыҙлай, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, ҡалтырата, йүткертә башлай. Киҙеүҙе аяҡ өҫтө үткәрергә ярамай. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәү ҡайһы бер осраҡтарҙа фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Бөгөн киҙеү вирусының төрҙәре бихисап, йыл һайын уларҙың яңылары барлыҡҡа килә һәм уларға ҡаршы көрәшеү ҙә ҡатмарлаша.
Грипп нимәһе менән хәүефле?
*Тын алыу һәм ЛОР органдары ауырыуҙары (отит, синусит, ринит, трахеит);
*Йөрәк-ҡан тамырҙары (миокардит, перикардит);
*Нервы системаһы (менингит, менингоэнцефалит, энцефалит, невралгии, полирадикулоневриты) ауырыуҙарына килтереүсе өҙлөгөүҙәр менән хәүефле.
Гриптан нисек һаҡланырға?
Киҙеүҙән төп профилактика булып – вакцинация иҫәпләнә.
Грипп менән ауырыусылар хәүефе артҡан осорҙа сирҙе йоҡтормаҫ өсөн
*кеше күп булған урындарҙа йөрөргә һәм йәмәғәт транспортына ултырырға тырышмағыҙ;
*медицина маскаһын кейегеҙ;
*ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыш ҡына йыуығыҙ йәки махсус средство менән һөртөгөҙ;
*биналарҙы елләтегеҙ, бүлмәләрҙе һыулы сепрәк менән йыйыштырып тороғоҙ;
*сәләмәт йәшәү рәүешен алып барығыҙ (туйғансы йоҡлағыҙ, туҡлыҡлы һәм файҙалы аҙыҡтар менән туҡланығыҙ, физик әүҙемлек хаҡында ла онотмағыҙ).
Организм киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙарға ҡаршы тора алһын өсөн иммунитеты күтәреүсе препараттар (табип кәңәше буйынса) ҡулланығыҙ.
Әгәр ауырып китһәгеҙ, нимә эшләргә?
Киҙеү йоҡтороп, тәүге симптомдар барлыҡҡа килгәс тә, сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ һәм сирҙе аҙҙырып ебәрмәҫ өсөн өйҙә ҡалығыҙ һәм табипҡа күренегеҙ. Табиптар үҙаллы дауаланырға кәңәш итмәй. Ауырыуҙың билдәләләре күренеү һәм температура күтәрелеү менән дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Табип биргән рекомендацияларҙы тулыһынса үтәгеҙ: ваҡытында дарыуҙарҙы ашағыҙ, ауырыған ваҡытта постелдә ятырға тырышығыҙ, сөнки тап ошо ваҡытта йөрәк-ҡан тамырҙары, иммун системаһы һәм организмдың башҡа кәрәкле функциялар үтәүсе системаһына көсөргәнеш килеүе ихтимал.