Даирә
+12 °С
Облачно
Новости
15 Октября , 16:19

Асыҡ йөҙ менән баға ул тормошҡа

Илһөйәр Ғизәтуллина кеүек үҙ эшенә мөкиббән киткән, бар булмышын, оҫталығын һалып, күңелен биреп эшләгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгелдер. Район үҙәк дауаханаһында эшләүсе психиатр-нарколог Илһөйәр Ғизәтуллина ауырыуҙарҙы диагноз һәм рецептар менән дауалауҙан тыш, һуңғы өмөттәрен бағлап килеүселәргә йәшәүгә ышаныс та уята. Ошо матур көҙгө көндәрҙә ул үҙенең алтын юбилейын һәм хеҙмәт стажына утыҙ йыл тулыуын билдәләй – был һандар артында һайлау, ныҡышмалы хеҙмәт һәм кешеләргә ихлас ярҙам итергә теләү тарихы ята.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асыҡ йөҙ менән баға ул тормошҡаАсыҡ йөҙ менән баға ул тормошҡа
Асыҡ йөҙ менән баға ул тормошҡа
Илһөйәр Атаморат ҡыҙының медицинаға юлы бала сағында уҡ башлана. Туғыҙ йәшендә ул ауырып китеү сәбәпле, педиатрға күренергә бара. Ә ул класташының әсәһе булып сыға. Табиптың йылы, иғтибарлы ҡабул итеүе, яғымлы итеп һөйләшеүе, мазь яҙып ҡайтарыуы ҡыҙға шул тиклем көслө тәьҫир яһай. Ул шул көндән алып табип буласағын ныҡлы аңлай һәм маҡсатына ирешеү өсөн тырышып уҡый башлай, химия, физика фәндәренән бер генә олимпиаданы ла ҡалдырмай.
Илһөйәр Ғизәтуллина Ҡарағалпаҡ АССР-ның Конград районы Жаслык ҡасабаһында тыуа. Мәктәпте Дарьялык ҡасабаһында (Ташауз өлкәһе, Төркмәнстан) тамамлағандан һуң Башҡорт медицина университетына уҡырға инә. Нәҡ ошо юғары уҡыу йортон, ул әлбиттә, осраҡлы ғына һайламай, сөнки уның әсәһе Башҡортостандан була.
"Ата-бабаларымдың, әсәйемдең тыуған ере үҙенә тартты», - ти ул был хаҡта. Һәм тап ошонда уның бала саҡ хыялы ныҡлы һөнәр булып формалаша. Башта дөйөм табип факультетында белем ала, һуңынан педиатрия йүнәлешен һайлай. Бер йыл педиатр булып эшләгәндән һуң, психиатрия һәм наркология йүнәлеше буйынса уҡып сыға.
Уның дөйөм стажы утыҙ йыл тирәһе, ул диплом алғанға тиклем үк, 1994 йылда санитарка булып эшләй башлай. Артабан дүрт йылдан ашыу шәфҡәт туташы, абдоминаль хирургияла, кардиореанимацияла эшләй. Был тәжрибә уға лекция залдарында алып булмаған ауыртыуҙы, сабырлыҡты һәм эргәлә булыуҙың мөһимлеген аңлау мөмкинлеген бирә.
Табиптың һөнәри ҡаҙаныштары үҙҙәре өсөн һөйләй. 2017 йылда Илһөйәр Ғизәтуллинаға Һаулыҡ Һаҡлау Отличнигы исеме бирелә, шул уҡ ваҡытта ул Рәсәй Федерацияһының почетлы доноры була. Уның юғары квалификация категорияһыны эйә булыуы ла юғары оҫталыҡ кимәлен раҫлай. «Айыҡ ауыл» проектында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Министрлығынан Рәхмәт хатына лайыҡ булыуы биографияһында айырым бит булып тора. Ә быйыл август айында Илһөйәр Атаморат ҡыҙы федераль һәләкәттәр медицинаһы үҙәге линияһы буйынса махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булып ҡайта. Был да уның тәжрибәһен һәм ныҡлылығын юғары кимәлдә баһалауҙың күрһәткесе.
Әлбиттә, ошо йылдар дауамында ул һәр ваҡыт ире яғынан ҙур таяныс тоя. Уның ире Ринат Ғизәтуллин отставкалағы офицер, полковник. Ғаиләлә ике ул үҫә, улар хәҙер икеһе лә юғары уҡыу йорттарында белем алалар. Көн һайын ауырыуҙарҙың һыҙланыуҙары, аһ-зарҙары менән осрашҡан ауыр эште алып барғанда ғаиләңдең терәк булыуы, артҡа сигенмәҫкә һәм һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа көс бирә.
Илһөйәр Атаморат ҡыҙы бик сибәр, аҡыллы, мөләйем ҡатын. Ул һәр ваҡыт йылмайып ҡына аралаша, уның был ихлас йылмайыуы, иң беренсе сиратта, пациенттарҙың йөҙөндәге көсөргәнешлекте бөтөрә, уйҙарын тарата. Пациенттар уның профессионализмын ғына түгел, ә кешене тыныс, хөкөм итмәйенсә тыңлауын, кәрәкле һүҙҙәр табып, ҡатмарлы нимәләрҙе лә ябай итеп аңлатыу һәләтен ҡәҙерләй.
Шулай уҡ героинямдың күңеленә шатлыҡ килтергән шөғөлдәре лә бар, ул сәскәләр үҫтерергә ярата. Һәр бер үҫентелә бәләкәй генә мөғжизә күрә, ә үҫемлектәрҙе тәрбиәләү көсөргәнешле эш көнөнән һуң эске балансты тергеҙеү ысулы булып тора.
Әлеге көндә психиатр-нарколог хеҙмәте иң ҡатмарлыларҙың береһе: ул йәмғиәттең иң киҫкен проблемаларына ҡағыла. Шуға күрә лә табип ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ул. Кеше табипҡа иртәрәк мөрәжәғәт иткән һайын, һөҙөмтә лә һиҙелерлек арта.
- Йәмғиәттә проблема бик етди, ауырыуҙы һуңынан дауалағансы, иң яҡшыһы - уны иҫкәртеү. Райондың үҙенсәлектәре уның эшен айырыуса әһәмиәтле итә. Беҙҙең район ауыл хужалығы районы тип кенә атау ҡыйын, бында компрессор станцияһы ла, тимер юл станцияһы ла бар, шуға күрә баш
Эштең мөһим өлөшө - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм формалаштырыу. Районда етенсе йыл инде «Айыҡ ауыл» проекты тормошҡа ашырыла. Бер йылды Күлләр ауылы өсөнсө урынды алһа, быйыл Иҫке Муса ауылы халҡы унда ҡатнашыу өсөн заявка бирҙе. Әлбиттә, проектты бойомға ашырыу ваҡытында табип-нарколог һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар алып бара, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша, кешеләргә насар ғәҙәттәрҙең яҡшыға килтермәүен аңлата.
Психиатр-нарколог һөнәре йыш ҡына кешеләрҙә ҡурҡыу һәм уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Илһөйәр Ғизәтуллина быны барыһынан да яҡшыраҡ аңлай һәм йәмғиәтте белгестәрҙән ситләшмәҫкә, үҙ ауырыуҙарынан оялмаҫҡа саҡыра. Сөнки ваҡытында күрһәтелгән ярҙам күп яҙмыштарҙы үҙгәртә ала.
Юбилейы уңайынан Илһөйәр Атаморат ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләге килә. Артабан да шулай тормош һөйөүсән булып, йәшәүҙән йәм, ғәм табып, һәр көндө көр кәйеф менән шатланып ҡаршыларға, ғәзиз кешеләре, яҡындары менән бергә-бергә ҡыуаныста йәшәргә яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас