Даирә
+2 °С
Ясно
Новости
9 Октября , 10:50

Тәүге тапҡыр мәсеткә йома намаҙына барыусылар нимә белергә тейеш?

Күп кенә ағай-апайҙар, намаҙ уҡый белмәгәнлектән, йома намаҙына барырға ҡыйынһына. Кеше һыуға инмәйенсә, йөҙөргә  өйрәнә алмаған кеүек, мәсеткә бармайынса ла йома намаҙына өйрәнеп булмай. Тәүге тапҡыр барған саҡта мәсеткә күптән йөрөгән, йома намаҙының тәртибе менән таныш булған кешегә эйәреп барығыҙ. Ул һеҙгә ҡасан, нисек һәм нимә эшләргә икәнен өйрәтеп торасаҡ. Үҙегеҙ генә барһағыҙ ҙа, бер кем дә ҡыуып сығармаясаҡ, намаҙ уҡый белмәйһең, тип әрләмәйәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүге тапҡыр мәсеткә йома намаҙына барыусылар нимә белергә тейеш?Тәүге тапҡыр мәсеткә йома намаҙына барыусылар нимә белергә тейеш?
Тәүге тапҡыр мәсеткә йома намаҙына барыусылар нимә белергә тейеш?

Әгәр кеше оло гонаһ ҡылмаһа, көндәлек биш намаҙын уҡыһа, йома намаҙына  барған кешенең йома менән киләһе йома араларындағы ваҡ гонаһтары юйыла, тип  хәҙистә әйтелеүен онотмайыҡ. Йома намаҙы ике ғәйеттән – Ураҙа менән Ҡорбан байрамдарынан да өҫтөнөрәк.

Йомаға йөрөмәүсе кеше Аллаһы Тәғәләгә буйһонмаусы була, тимәк, уның бойороғон үтәмәй, был донъяла ла, әхирәттә лә язаға тартырылыуы мөмкин. Ир-егеттәргә йома намаҙына барыу фарыз. Ә ҡатын-ҡыҙҙарға фарыз да, вәжип тә түгел. Теләгән ҡатын-ҡыҙ йома намаҙына бара ала, тик иркен кейемдәр кейеп барырға, ир-егеттәр араһында ҡатышып йөрөмәҫкә тейеш.

Тәүәккәлләп мәсеткә йөрөй башларға ниәтләнегеҙ, ти. Иң беренсе мәсеткә барыр алдынан тәһәрәтләнеп алығыҙ. Ғөсөл ҡойонһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт. Былай эшләү сауаплыраҡ та, пәйғәмбәребеҙ сөннәтен үтәгән булаһығыҙ. Сөнки ул йома алдынан ғөсөл ҡойона торған булған, беҙгә лә ҡушып ҡалдырған. Душта ҡойоноп алһағыҙ, өс тапҡыр ауыҙығыҙҙы сайҡатырға, танауығыҙ эсенә һыу алып, һемгерергә һәм бөтә тәнегеҙҙе лә йыуырға онотмағыҙ.

Йыуынып-таҙарынып , тәһәрәтләнеп алғас, матур кейемдәрҙе кейеп, мәсеткә юл тотабыҙ. Мәсет артыҡ алыҫ булмаһа йәйәүләп барыу сауаплыраҡ.

Йома намаҙы төш ваҡытына тура килә. Ул башланыр алдынан 30-40 минут алданыраҡ килһәгеҙ, яҡшы буласаҡ. Мәсеткә һуңлап килһәгеҙ, кеше күп булһа, ҡаушап ҡалыуығыҙ бар. Барыһы ла һеҙҙе күҙәткән кеүек тойоласаҡ. Ә ысынында бер кемдең дә һеҙҙә эше юҡ. Быны һеҙ аҙаҡ үҙегеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ.

Аллаһ йортона  килеп инеү менән ғәҙәттә мәсет намаҙы уҡыйбыҙ. Ул ике рәҡәғәттән тора.  Мәсет намаҙын уҡыр өсөн кешеләр үтеп йөрөмәй торған урынды һайлағыҙ. Үҙегеҙ ҙә намаҙ уҡып торған кешенең алдынан үтмәгеҙ, гонаһлы булыуҙан һаҡланығыҙ.

Мәсет намаҙы –  ирекле нәфел намаҙы, уҡыһаң, сауаплы булаһың, уҡымаһаң да, гонаһы юҡ. Ул мәсеткә сәләм биреүҙе аңлата. Намаҙ тәртибен белеп бөтөрмәһәгеҙ, тәүге ваҡытта уны уҡыуҙы ҡалдырып торорға ла була.

Мәсеткә ингәс, башҡалар кеүек иҙәнгә ултырып, аҙан әйтелгәнен көтөгөҙ. Аҙан әйтелгәс, йома намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәт намаҙын уҡырға баҫалар. Һеҙ ҙә берәрһенең эргәһенә баҫып, намаҙ уҡый белгән кешеләр нимә эшләй, улар кеүек эйелеп-бөгөлөп, сәждә ҡылығыҙ.

Дүрт рәҡәғәтле сөннәт намаҙы тамамланғас, йома намаҙының вәғәз өлөш башлана. Тағын бер тапҡыр азан әйтеләсәк һәм имам мөнбәргә сығып, вәғәз һөйләйәсәк. Ул һөйләгәндә һөйләшмәгеҙ, иғтибар менән тыңлағыҙ, телефонығыҙҙы ла мәсеткә ингәндә үк һүндереп ҡуйығыҙ.

Имам вәғәз, хөтбә уҡығандан һуң ҡамәт әйтелә һәм ундағы кешеләр йома намаҙының ике рәҡәғәт фарызын уҡырға теҙелә. Фарыз намаҙ имамға эйәреп уҡыла. Шуға бик еңел, был намаҙҙы уҡығанда кешеләр барыһы ла эйелә-бөгөлә, сәждә ҡыла, бында яңылышып булмай. Бөтә доғаларҙы ла имам үҙе ҡысҡырып уҡый. Был йома намаҙының ике рәҡәғәт фарызы тип атала. Йома намаҙының бөтә маҡсаты – ошо фарыз намаҙҙы уҡыу һәм вәғәз тыңлау була инде.

Фарыз намаҙҙан һуң дүрт рәҡәғәт сөннәт  намаҙ уҡыла. Был беренсеһе кеүек уҡыла, уны һәр кем үҙе уҡый. Намаҙ тамамланғас, урындарҙа ҡалабыҙ, доға уҡыла, тәсбих әйтелә. Имам тәсбихтәрҙең беренсе һүҙен ҡысҡырып әйтеп барасаҡ, ә һеҙ эстән ҡабатлайһығыҙ: 33 тапҡыр – Собханналлаһ, унан 33 тапҡыр – Әлхәмдүлилләһ, 33 тапҡыр – Аллаһу әкбәр. Унан бар кеше бергә тәсбих доғаһы ҡыла. Иң аҙаҡ таралышыр алдынан бер-береһе  менән  кешеләр күрешеп сыға.

 

 

Автор:
Читайте нас