Даирә
+2 °С
Ясно
Новости
9 Октября , 10:54

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ғәлиә Хафизова – талантлы юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы. Ул кескәйҙәрҙе мәктәпкә әҙерләй һәм балаларға ижади һәләттәрен асырға ярҙам итә. - Математика, грамматика, тирә яҡты өйрәнеү фәндәре буйынса балаларҙы әҙерләйем, шулай уҡ вокал дәрестәре биреп, йырларға өйрәтәм. Кескенәнән үҫмерҙәргә тиклем төрлө йәштәге балалар менән шөғөлләнәм: 4 йәштән 17 йәшкә тиклем йөрөйҙәр. Шөғөлләнгән һайын балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары арта, - ти ул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ эшенең оҫтаһыҮҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Ғәлиә Миңлеәхмәт ҡыҙы тыумышы менән гүзәл тәбиғәтле Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан. Мәктәптә уҡығанда уҡ әүҙем ҡыҙ төрлө сараларҙа теләп ҡатнаша, хорға йөрөй.
- Музыка буйынса уҡытыусым һәм класс етәксем Әлиә Фуат ҡыҙы Хромцова музыкаға һөйөү уятты. Шул саҡта уҡ бик тә музыка буйынса уҡытыусы булғым килә ине. Йырларға яратһам да, ниңәлер аграр университетына уҡырға барырға уйлап, Өфөгә юл тоттом. Әммә уҡырға инергә яҙманы. Шунан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 134-се һөнәри лицейға сауҙа коммерсанты (менеджер) буйынса уҡырға барҙым. Бында төркөмөбөҙҙән “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында ҡатнаштым. Шунда художество етәксеһе Миләүшә Нәжип ҡыҙы иғтибар итеп, түңәрәккә саҡырҙы. Артабан уҡыу йортонда ныҡлап вокал менән шөғөлләнә башланым. Художество етәксеһе Миләүшә Нәжип ҡыҙы тауышты дөрөҫ ҡуйырға өйрәтте, кәңәштәр бирҙе, талантты үҫтерергә булышлыҡ итте. Ул мәҙәниәт техникумына барырға ла тәҡдим итте. Уҡыған осорҙа еңеүҙәр күп яуланым, улар араһында һөнәр уҡыу йорттары араһында Гран-приға лайыҡ булдым”, - ти ул йылдарҙы хәтерләп.
2008 йылда Ғәлиә Хафизова ҙур конкурс аша үтеп, мәҙәниәт техникумына уҡырға инеп китә. Был уҡыу йорто уға шул тиклем оҡшай, рәхәтләнеп, кинәнеп белем эстәй, музыка серҙәренә өйрәнә. Сос, зирәк ҡыҙ тик бишле билдәләренә генә уҡый. Уны төркөмгә староста итеп тә ҡуялар. Икенсе курстан инде ятаҡханалағы этажда ла староста, студенттар советында ағза итәләр.
- Ижади донъяға эләгеүем менән бик бәхетле инем. Уҡыған ерҙә генә түгел, ятаҡхананың уҡыу залында ла, аш бешереү урынында ла, коридорында ла – бөтә ерҙә музыка, йыр-моң яңғырай, театр бүлеге студенттары иһә бирелгән монологтарын ятлай, хореографтар бейейҙәр... Бында ысын сәнғәт донъяһы ине! Ошонда эләгеүем менән үҙемде бик бәхетле тойҙом. Минең урыным ысындан да бында икәнен аңланым. Техникумға күптәр музыка мәктәбен тамамлап килһә, мин түңәрәктә шөғөлләнгән генә бит инде. Музыкаға һөйөүем көслө булғас, тырышып, ауырлыҡтарҙы еңдем, фортепьянала ла уйнарға өйрәндем. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, ҡанатланып эш башларға тип ҡала менән хушлаштым, - ти педагог йылы хәтирәләр аша.
Һуңғы курста уҡығанда Шайморатов ауылы егете Нур Әхмәт улы Хафизов менән өйләнешәләр. Йәш ғаиләне йәмләп ҡыҙҙары Розалия донъяға килә.
Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙ декрет ялынан һуң 2014 йылда иренең тыуған ауылына ҡайтып, район мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Ярты йылдан һуң уны Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона өҫтәмә белем биреү педагогы итеп эшкә саҡыралар. Тәүҙә вокал дәрестәрен алып бара. Ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса юғары белем ала.
2018 йылдан “Растишка” берләшмәһендә кескәйҙәргә белем серҙәрен аса башалй. Ул дәрестәр барышында үҫешкә ярҙам итеүсе күнекмәләр, күнегеүҙәр үткәрә, ижади фекерләүҙе үҫтереүгә лә иғтибар итә. Педагог балаларҙы һөйөү менән өйрәтә, уларҙың рухи һәм эстетик яҡтан өлөшөнә лә баһалап бөткөһөҙ йоғонто яһай. Тырышлығы һәм һөнәр ҡарашы уны өҫтәмә белем биреү процесының айырылғыһыҙ өлөшө итә. Сабыйҙар уртаҡ тел таба белгән педагогтың ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс дәрестәренә бик теләп йөрөйҙәр.
Мәҡәлә геройыбыҙ бер ҡасан да бер урында ғына тормай, һәр саҡ камиллашыу өсөн тырыша, үҙ эшенең өлкәһендә яңы методикаларҙы, технологияларҙы өйрәнә.
Тырышып эшләүҙең, әлбиттә, һөҙөмтәһе була. Уның тәрбиәләнеүселәре районда ғына түгел, республика, төбәк-ара, Рәсәй күләмендә, халыҡ-ара конкурстарҙа, бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа, фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнашып, уңыштарға ирешеп торалар. Үҙенең дә педагогик эшмәкәрлегендә ирешкән уңыштары өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт
Шулай уҡ Ғәлиә Миңлеәхмәт ҡыҙы инде ике йыл райондың музыка уҡытыусылары берләшмәһенә лә етәкселек итә. Музыка уҡытыусылары менән семинарҙар үткәрә һәм белем биреү системаһындағы үҙләштерелгән алымдарҙы эштә ҡулланырға кәңәштәр бирә.
Ғөмүмән, өҫтәмә белем биреү системаһында эшенә бар күңелен һалып, хеҙмәттәштәре менән бер ғаиләләй эшләйҙәр.
- Балалар үҫеп, төрлө ерҙәргә китһәләр ҙә, онотмайҙар. Ҡайтҡан саҡтарында килеп хәл белеп, шатлыҡтары, уңыштары менән уртаҡлашып китеүселәр күп. Уларҙан йылы һүҙҙәр ишетеүе шул тиклем рәхәт! Татыу, берҙәм коллективта эшләүем менән бәхетлемен, – ти ул.
Иңенә алынған бурысын бар күңелен һалып башҡарыуы, тәрбиәләнеүселәренә һөйөүе Ғәлиә Хафизованың ысын педагог икәнен иҫбат итә.
Ғәлиә Миңлеәхмәт ҡыҙы эшендә тырыш хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше менән Шайморатов ауылында күркәм йорт һалып сығалар. Матурлыҡты яратҡан ҡатын сәскәләр үҫтерергә, сигергә, ғаиләһен тәмлекәстәр менән һыйларға ярата.
Форсаттан файҙаланып, ул хеҙмәттәштәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлай һәм эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләй.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор:
Читайте нас