Даирә
+7 °С
Облачно
Новости
1 Октября , 04:59

Күпте күргән, күпте кисергән

Ағиҙел буйында урынлашҡан Үтәгән ауылының теҙелеп киткән өйҙәре, урамдары тарихта ҡалған арба тауыштарын, күптән был фани донъянан киткән кешеләр тарихын хәтерендә яҡшы һаҡлай. Әммә был хәтер баҫыуҙарҙа үҙ ҡулдары менән иген иккән, ошо ергә әсе тирҙәре тамған кешеләр йәшәгәндә тере. Бар ғүмере ошо ауылда үткән оло йәштәге абруйлы инәйҙәрҙең береһе Асия Батталова ла тап шундайҙарҙан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күпте күргән, күпте кисергәнКүпте күргән, күпте кисергән
Күпте күргән, күпте кисергән
Һуғыш өҙгән бала саҡ
Асия Миңлеғәли ҡыҙы колхозсылар Орҡоя һәм Миңлеғәли Батыровтар ғаиләһендә 1935 йылда тыуа. Бала сағы ул замандарҙағы барлыҡ балалар кеүек аслыҡ-яланғаслыҡта үтә. Уға ла өлкәндәр менән бер рәттән эҫе ҡояш аҫтында, һалҡын елдәрҙә иртәнән кискә тиклем баҫыуҙарҙа эшләргә тура килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның атай-әсәйле бала сағы оҙаҡҡа һуҙылмай. Атаһы Миңлеғәли Иҫәнбай улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡала. Йәшләй генә тол ҡалған ҡатынды Хайервар Иҫәнғоловҡа кейәүгә бирәләр. Үгәй атаһы кулак нәҫеленән булып сыға. Уларҙы башҡа кулактар менән бергә эшкә ҡыуалар. Был никахтан улдары Марат тыуа. Ғаилә бер ниндәй йәшәү шарттары ла булмаған землянкала йәшәй. Ул мәлдәрҙе төшөндә генә булған кеүек хәтерләй Асия Миңлеғәли ҡыҙы.
- Эргә-тирәбеҙҙә аслыҡтан, яланғаслыҡтан хәлһеҙләнгән кешеләр. Бер ағайға тимер көрөшкәнән кемдеңдер һалҡын һыу эсергәне иҫтә ҡалған, - тип иҫләй ул был мәхшәрле ваҡыттарҙы.
Һуңынан үгәй атай уларҙы Карпово совхозына йәшәргә алып ҡайта. Бында ла йәшәү шарттары яҡшы булмай. Асия инәйҙең ауыр михнәттәр татыған әсәһе иртә генә гүр эйәһе була. Мохтажлыҡ, аслыҡҡа, үкһеҙ етемлек тә ҡушыла.
Асияны туғандары Үтәгәнгә алып ҡайтып китә. Ҡыҙ олатаһы Исәмғилдең йортонда Фатиха, Кәүсәриә апайҙары менән бергә йәшәй. Олатаһы умартасылыҡта эшләй, ҡыҙҙар уға бал айыртырға ярҙамлаша.
Ауырлыҡ менән көн итһәләр ҙә, был йылдар уның күңелендә яҡшы хәтирә булып һаҡлана. Апаһының уға үҙе күлдәк тегеп кейҙереүе бәләкәй тормошона шатлыҡ өҫтәй. Асия был көндө бөтә ғүмере буйына һаҡлай, сөнки ул саҡта кескәй ҡыҙ өсөн яңы күлдәк әйбер генә түгел, ҙур ваҡиға була.
 
Тыуған ере үҙенә тарта
Асия үҙенең тиҫтерҙәре менән Үтәгән мәктәбенә уҡырға бара. Башҡа балалар менән бер рәттән иртән - дәрескә, һуңынан эшкә йөрөйҙәр.
Үкһеҙ етем ҡыҙҙың хәлен бер аҙ еңеләйтергә теләп һәм уҡырға ынтылышын күреп, әлеге ваҡытта Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен йөрөткән еңгәһе Банат Батырова уны Өфөгә интернатҡа алып барып урынлаштыра. Ләкин, унда ул бер йыл ғына уҡып өлгөрә, эргәһенә хәлен белергә килгән яҡын туғаны Зөһрә ҡыҙҙың һағынғанын күреп, интернаттан ауылға алып ҡайта. Ерҙә үҫкән ябай ауыл ҡыҙының йөрәк ҡушыуы буйынса тыуған ауылын һайлауы ғәжәп тә түгел.
Һөт заводы һәм йәйәүле юл
Мәктәптән һуң Асия башҡа күп ҡыҙҙар кеүек фермаға быҙауҙар ҡарарға бара. Күпмелер ваҡыт фермала эшләгәндән һуң, Прибельскийға һөт заводына эшкә урынлаша. Алты йыл нисәмә километрҙарҙы йәйәүләп үтеп эшкә йөрөй. Төндәрен бер үҙе сығырға ҡурҡҡан саҡтарында заводта йәшниктәр өҫтөндә йоҡлап ҡалһа, ҡайһы ваҡыт күрше Ҡаран ауылында әхирәттәрендә ҡунып ҡала. Ләкин, ул замандарҙа ауыр эштән ҡурҡып, зарланып ултырыу юҡ, эшкә урынлашҡанһың икән эшләргә, лә эшләргә.
 
Ғаилә, эш, мәшәҡәттәр
Егерме йәшендә Асия Миңлеғәли ҡыҙы Кушнарен районынан ғаиләһе менән ауылдарына күсеп килгән Фәлит Батталовҡа кейәүгә сыға. Фәлит Малик улы эшһөйәр, әүҙем ҡарашлы кеше була. Комсорг булып эш башлай. Ул ҡошсолоҡ фермаһында эшләгәндә балсыҡ һарайҙы йылытып тотоп, себештәр сығара, йомортҡа тапшырыу буйынса план үтәлә. Ул саҡтарҙа ауылда тормош гөрләп тора, баҫыуҙарҙа иген, сөгөлдөр күпләп үҫтерелә, фермаларҙа эш ҡайнай
Йәштәр тыуған йорт нигеҙендә донъя ҡора. Асия Миңлеғәли ҡыҙы фермала эшен дауам итә, һыйырҙар һауа, быҙауҙар ҡарай. Өй, эш, балалар, мал-тыуар -барыһына ла өлгөрөргә кәрәк.
Ләкин улар эштән арынып, ауылдың мәҙәни тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә. Клубта үткәрелгән сараларҙа йырлап-бейеп, спектаклдәрҙә уйнап ҡатнашалар.
 
Балалары – уның ғорурлығы
Батталовтар дүрт балаға ғүмер бирәләр. Үҙҙәре эштә саҡта балаларҙы яслегә йөрөтәләр, эштән арып ҡайтҡас, өйҙәге мәшәҡәттәр өҫтәлә. Көндө-төнгө ялға эшләгәнгәме, төндәр ҡыҫҡа, көндәр оҙон тойола ул саҡта.
Балалары ла тырыш була, тик яҡшы билдәләргә генә
 уҡыйҙар. Атай-әсәйҙәре өлгөһөндә эшкә өйрәнеп, намыҫлы булып үҫәләр.
Өлкән улдары Хәмит армияла Германияла хеҙмәт итә. Һуңынан Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном белгеслегенә уҡый. Комсорг та, агроном да, колхозда тракторсы ла булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен намыҫлы хеҙмәтсән итеп күрһәтә. Ҡыҙҙары Хәниә Өфө педагогия училищеһын тамамлай. Ғүмер буйына Стәрлетамаҡта балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт итә. Улдары Хәниф та Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1994–2011 йылдарҙа район мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Хәҙерге ваҡытта райондың балалар сәнғәт мәктәбе директоры. Мәҙәниәтте шөғөл түгел, тормош эше иткән кеше, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.
Кесе ҡыҙҙары Әлфиә Стәрлетамак дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар уҡытыусыһы факультетын тамамлап, ошо һөнәргә 38 йыл ғүмерен бағышлаған. Бөгөнгө көндә Әлфиә Фәлит ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһында уҡыусыларҙы ҡәләм тоторға, уҡырға-яҙырға, һанарға һәм үҙҙәренә ышанырға өйрәтә. Уның уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, урындар яулай.
 
Теләктәре изгелектә
Асия Миңлеғәли ҡыҙы тормошҡа шөкөр итеп йәшәй белгәндәр быуынынан. Ул үҙ яҙмышына ҡәнәғәт булып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле көр, кәйефе яҡшы, теләктәре гел изгелектә. Һаман да район гәзитен яҙҙырып, уны башынан аҙағына тиклем уҡып сыға, яңылыҡтар менән хәбәрҙар.
Беҙ барғанда ла ул яҡты йөҙө менән ихлас ҡаршы алып, бергәләп сәй эсеп, теләктәр теләп оҙатып ҡалды. “Беҙ күргән михнәттәрҙе, аслыҡ-яланғаслыҡты һеҙгә күрергә яҙмаһын. Именлектә, тыныслыҡта, етеш тормошта, татыулыҡта ғүмер итегеҙ. Иртә торһам да, кис ятһам да, Аллаһы Тәғәләнән бөгөнгө көндә ил сиген һаҡлаған уландарыбыҙ иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, тиҙерәк ерҙә именлек булһын тип һорайым”, - тип изге теләктәрен белдерҙе ағинәй.
Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән инәйҙең зирәклегенә, теремеклегенә һоҡландыҡ. Хәмит улы менән Рима килененең тыуған йорт нигеҙендә донъя көтөүҙәренә, үҙен яҡшы тәрбиәләүҙәренә ул бик шат. Тарих биттәрен үҙендә һаҡлаған сал сәсле Асия Миңлеғәли ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ, имен көндәр теләп хушлаштыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас