Даирә
+13 °С
Облачно
Новости
25 Сентября , 18:58

Бәхил бул, Линарыбыҙ!

Ошо көндәрҙә яугир яҡташыбыҙ 34 кенә йәшлек Линар Хәмитовтың махсус хәрби операцияла ҡаты яраланғандан һуң госпиталдә вафат булыуын ишеткәс, күңелгә бик ауыр булды. Алсаҡ йөҙлө, көслө рухлы, илһөйәр егетебеҙҙең беҙҙе ташлап китеүенә һис тә ышанғы килмәй...

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәхил бул, Линарыбыҙ!Бәхил бул, Линарыбыҙ!
Бәхил бул, Линарыбыҙ!

 

Мөкәй ауылы егете Линар Хәмитов мобилизацияның тәүге көндәренән үк махсус хәрби операцияға алына. Ул "Башҡорт" позвынойы аҫтында алғы һыҙыҡта дошман менән алыша. Линар ысынлап та, үҙ еренең ысын патриоты булды, ут эсендә йөрөгәндә лә, үҙ телендә шиғырҙар һөйдләп, йырҙар йырлап видеолар һалды.

"Даирә" гәзите ойошторған "Халҡым теле - хаҡлыҡ теле" конкурсына алғы һыҙыҡтан "Башҡорт балаһы мин" тип аталған туған тел тураһында шиғыр һөйләгән видеоһын ебәреп, 1-се урынға лайыҡ булды. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Линар менән ялға ҡайтҡан сағында күрешергә насип булманы.

Линар Хәмитовтың атай-әсәһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батырыбыҙ. 

Линар менән хушлашыу митингы 28 сентябрҙә 13.00 сәғәттә Мөкәй ауылының Еңеү паркында буласаҡ. 

Бәхил бул, батыр егет! Ятҡан урының тыныс, йәнең йәннәттә, иманың юлдаш булһын!

Автор:
Читайте нас