Төбәк прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, иң элек «Черри Тигго» һәм "ВАЗ-2114" автомобилдәре бәрелешә. Бынан һуң "ВАЗ-2114" машинаһы «КАМАЗ» ға бәрелә һәм ҡаршы юлға осоп сыға, ә сит ил машинаһы кюветҡа осоп китә.
Автоһәләкәттә «ВАЗ» машинаһындағы ирле-ҡатынлы Альбина һәм Илдар Хәсәновтар һәләк була, уларҙың мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
«Черри Тигго»-лағы ике үҫмер ҙә шулай уҡ дауаханаға ебәрелгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Хәсәновтарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Балалар атай-әсәйһеҙ ҡалды. Ғаиләгә ярҙам кәрәк, кем күпме аҡса күсерә ала, дауаханала ятҡан ҡыҙҙарҙың класс етәксе Эльвира Әшрәф ҡыҙы Хәмиҙуллинаның телефон номерына 89872592834 (сбербанк) күсерә алаһығыҙ.
Ҡәҙерле райондаштар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!