Даирә
+14 °С
Облачно
Новости
17 Сентября , 05:30

“Урман - ул тормош"

“Урман - ул тормош"Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Күптәр өсөн урман ял итеү, бәшмәк һәм еләк йыйыу урыны булһа, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Данир Ханнанов өсөн ул – яуаплылыҡ һәм ғүмерлек эш.

“Урман - ул тормош"“Урман - ул тормош"
“Урман - ул тормош"

Ул урманды бар күңеле менән тоя һәм ихлас ярата. Данир Нәүфәл улы ҡырҡ йыл ғүмерен республиканың йәшел байлығын һаҡлауға һәм арттырыуға бағышлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ул 1985 йылда тыуған көнөндә башлай.
- Ғаиләләге бөтә балаларҙан мин генә ошо юлды һайланым. Мәктәптән һуң ауыл хужалығы институтына уҡырға ингәндә, урман факультеты яңы ғына асылған ғына ине. Минең ҡарарым күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, - ти ул.
Диплом алғандан һуң йәш белгес тыуған районына эшкә ҡайта. Уны Ҡамышлы урмансылығына ебәрәләр. Ун алты йыл ул бында урмансы булып эшләй, тағы ла биш йыл самаһы - баш урмансы. Һуңынан, тармаҡты үҙгәртеп ҡороу осоронда, уны

Архангел урмансылығының дәүләт урман инспекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Бөгөн Данир Нәүфәл улы дәүләт урман инспекторы - участка урмансыһы.
Ҡырмыҫҡалы районында Ҡамышлы, Боҙаяҙ һәм Өршәк участка урмансылыҡтары бар. Был территорияларҙа урман хужалығын алып барыуҙы һәм ҡануниәтте үтәүҙе контролдә тотоуҙы Данир Ханнанов башҡара. Уның ҡарамағында 35 мең гектар урман үҫентеләре. Бындай ҙур күләм - ул отчеттағы һан ғына түгел, ә иғтибарҙы һәм ныҡлы ҡулды талап иткән көндәлек хәстәрлек. Сөнки урман - ул юғалтыу еңел, әммә тергеҙеү ауыр булған байлыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урмандарҙа тәртип боҙоуҙар йыш була. Янғын хәүефһеҙлеген, ағас әҙерләү ҡағиҙәләрен үтәмәү осраҡтары бар. Бер йыл эсендә генә ике енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм ун административ протокол төҙөлгән.

- Туҡһанынсы йылдар башында эшләүе күңелле ине, ул саҡта тармаҡ үҫеште, финанслау урман һаҡсыларын күберәк тоторға мөмкинлек бирҙе. Иң мөһиме, лайыҡлы кадрҙар булды, улар тураһында иҫкә төшөрөргә генә ҡала.
Ләкин бөгөн дә урман хужалығында үҙ эшенә тоғро кешеләр байтаҡ. Беҙҙең бурыс - йәмғиәттең төп байлыҡтарының береһен һаҡлау һәм арттырыу. Мөмкинлектән файҙаланып, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ һәм көс-ҡеүәт теләйем, - ти Данир Нәүфәл улы.
Ғаиләһе Данир Нәүфәл улының ышаныслы таянысы. Ҡатыны Земфира Йәүҙәт ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһында медицина профилактикаһы кабинеты мөдире булып эшләй. Ҡыҙы Гүзәл Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта, улдары Алмаз үҙ тормошон компьютерҙар менән бәйләгән.
Был байрам көнөндә мәҡәләм геройын һәм барлыҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен ихлас ҡотлайым. Һеҙгә еңел булмаған һәм шундай мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Һаулыҡ, именлек һәм яңы йәшел урмандар.
Светлана Карпова.

Автор:
Читайте нас