Даирә
-4 °С
Облачно
Новости
17 Сентября , 04:28

Бер аҙна эсендә алты янғын

Уҙған аҙнала районда бер юлы алты янғын сыҡҡан. Ут торлаҡты ла, хужалыҡ ҡаралтыларын да, тәбиғәт биләмәләрен дә аямай. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ, әммә зыян һиҙелерлек.Нимә һәм ҡайҙа янған?

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер аҙна эсендә алты янғынБер аҙна эсендә алты янғын
Бер аҙна эсендә алты янғын

Был аҙнала район үҙәгендә генә ике урында янғын булды. Бер фатир, яңы биләмәлә төҙөлгән гараж һәм мунса янып бөтә. Шайморатов ауылында ҡоро үлән һәм иҫке ботаҡтар янып китә. Иҫке Йәнбәк һәм Боҙаяҙ ауылдарында ла шундай уҡ хәл, ҡоро үләндәр янған. Ҡабаҡ ауылында ут торлаҡ йортто ялмай.
Янғындарҙың сәбәбе
Ауыл янғындарының күбеһе осраҡлы түгел, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, сүп-сар яндырыу, һүндерелмәгән шырпылар, тәмәке тартыу һөҙөмтәләре. Иҫке үткәргестәр, розеткаларҙы артыҡ йөкләү, ваҡ приборҙарҙың төҙөк булмауы ла ут тоҡаныуға килтерә. Шулай уҡ ҡоро үлән, былтырғы ботва, ҡоро ағастар — былар барыһы ла тиҙ тоҡанып китеүсе материал. Таҙартылмаған участкаларҙағы ҡоро үләнгә ут тиҙ тарала тоҡана, бигерәк тә елле һауа торошонда.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Аҙнаһына алты янғын - был етди сигнал. Улар ҡурҡыу һәм юғалтыу кисергән алты ғаилә. Тимәк, ҡайҙалыр сымдарҙы тикшереүҙе йәиһә ҡоро үләнде йыйыштырыуҙы «аҙаҡҡа» ҡалдырғандар. Әгәр үлән ваҡытында сабылһа, ут приборҙарҙы тикшерелһә, тәмәке төпсөктәре ташланмаһа янғын булмаҫ ине.
Һыуыҡтар башланыу менән мейестәр һәм йылытҡыстар әүҙем ҡулланыла башлай, шуға күрә миҙгел башланыуға уларҙы алдан уҡ әҙерләйек. Әйҙәгеҙ, өйҙәребеҙҙе, күршеләребеҙҙе һәм ауылдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Ут иҫкәртмәй, әммә беҙ унан һаҡланыу саралары күрә алабыҙ.
Ынйы Сәлихова.

Автор:
Читайте нас