

физиотерапевт булып эшләүсе Гөлназ Килмөхәмәтованы ла тап шундайҙар рәтенә индерер инем.
Гөлназ Ҡырмыҫҡалы ауылында Айгөл һәм Фәнис Килмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә тыуа. Ошонда балалар баҡсаһына йөрөй, 1-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 11-се класын тамамлай, һәм иң изге һөнәрҙәрҙең береһен - кешеләргә ярҙам итеүҙе һайлай.
Ул Өфө медицина колледжында «Шәфҡәт туташы эше» белгеслегенә уҡый. Әммә бының менән генә туҡтап ҡалмай, 2025 йылда «Физиотерапия» йүнәлеше буйынса аккредитацияны уңышлы үтә.
Гөлназ был һөнәрҙе осраҡлы ғына һайламай, уның өләсәһе Рәйсә Хәбирова күп йылдар район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә таратыусы булып эшләй. Табип булмаһа ла, көн һайын ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтергә тырышып, кемгәлер йылы һүҙ ҡуша, кемгәлер палатаға урынлашырға ярҙам итә. Гөлназ быларҙың барыһын да белеп-күреп йөрөп, кешеләргә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәнә.
Эшендә Гөлназды тыныс, иғтибарлы белгес булараҡ беләләр. Ул ашыҡмай, барыһын да аңлатып, күрһәтеп бирә. Ә дауаханаға һауығырға килгән пациент өсөн яғымлы мөнәсәбәт, йомшаҡ ҡулдарҙан да мөһимерәк тағы нимә бар?
Ҡабаҡ ауылынан Гөлфирә Әхмәтова үҙенең рәхмәтен йәшермәй:
- Арҡамды дауалау өсөн нимә генә эшләп ҡараманым! Ә бына Гөлназға физиотерапия алырға йөрөй башлағас, хәлем шунда уҡ еңеләйҙе. Ул барыһын да тыныс ҡына эшләй, яғымлы тауышы менән һәр ваҡыт ауыртмаймы, һалҡын түгелме, тип һорай. Процедураларҙан һуң хәрәкәт итеү ҙә еңелерәк, күңелдә лә тыныс. Ул дауалап ҡына ҡалмай, пациенттарға йылы һүҙен дә йәлләмәй. Ҙур рәхмәт уға, Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ бирһен.
Әлбиттә, бындай һүҙҙәр - иң яҡшы баһа. Сөнки кеше дауахананан сығып: «Миңә еңелерәк булды» тиһә, барыһы ла бушҡа түгел тигәнде аңлата.
Дауаханабыҙҙа Гөлназ Фәнис ҡыҙы кеүек кешенең эшләүенә бик шатбыҙ. Уның ҡулдары ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләһен, уның үҙ урыныңда булғанын белгәндән һуң күңелдәрҙә иң йылы тойғолар ҡалһын. Шундай ябай, изге күңелле, ышаныслы кешеләр беҙгә бик кәрәк.
Гөлсәсәк Аласова.