Даирә
+12 °С
Облачно
Новости
12 Сентября , 11:49

Үтәгәндә тағы байрам гөрләне

Бөгөн Үтәгәндә йолаға әүерелгән "Үтәгән" уйындары байрамы гөрләне. Был юлы ул районыбыҙҙың ғына түгел, күрше Ғафури, Архангел, Шишмә, Ауырғазы райондары халҡын да йыйҙы. Аяҙ күк йөҙө һәм көҙгө саф һауа барлыҡ ҡунаҡтар һәм ауыл халҡына яҡшы кәйеф бүләк итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үтәгәндә тағы байрам гөрләнеҮтәгәндә тағы байрам гөрләне
Үтәгәндә тағы байрам гөрләне

Урындағы халыҡ үҫтергән ҡабаҡтар байрамдың төп тамашаһы булды. Ҙур булып үҫкән йәшелсә ғорурлыҡ  ҡына түгел, ә ауыл халҡының мул уңышы һәм эшһөйәрлеге тураһында һөйләй. Ҡабаҡтан әҙерләнгән төрлө-төрлө аш-һыуҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо.

Үтәгән халҡын ҡотларға килгән артистарҙың сағыу сығыштары күңел асыу һәм шатлыҡ атмосфераһын тулыландырҙы. Концерт программаһы өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла йыйҙы, барыһы ла рәхәтләнеп ҡушылып йырланы һәм бейене. Райондың спор комитеты уҡтан атыу, арҡан тартыу, гер күтәреү буйынса ярыштар ойошторҙо. Унда ауыл биләмәләре, райондар командалары ҡатнашты. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.

«Үтәгән уйындары» байрамы ауыл өсөн йолаларҙың һәм берҙәмлектең ни тиклем мөһим булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Бындай ваҡиғалар кешеләрҙе берләштерә, мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә һәм бөтәһенә лә яҡшы кәйеф бүләк итә.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас