Даирә
+18 °С
Облачно
Новости
10 Сентября , 06:35

Йәш уҡытыусыларҙың слеты уҙҙы

Өфө ҡалаһында тәүге тапҡыр республиканың йәш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары слеты үтте. Унда республиканың 30 талантлы уҡытыусыһы бер майҙансыҡҡа йыйылып, өс көн дауамында оҫталыҡ дәрестәрендә, тренингтарҙа һәм эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Сараның маҡсаты - йәш белгестәргә яңы мөмкинлектәр асыу, педагогик селтәрҙе киңәйтеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм остаздар менән бәйләнеште нығытыу.

Йәш уҡытыусыларҙың слеты уҙҙыЙәш уҡытыусыларҙың слеты уҙҙы
Йәш уҡытыусыларҙың слеты уҙҙы

Әйткәндәй, 200-ҙән артыҡ заявкалар араһынан 30 уҡытыусы һайлап алына. Улар араһында районыбыҙҙан Ҡамышлы мәктәбе уҡытыусыһы Сәлимә Ильяс ҡыҙы Еремеева ҡатнашты.
Тәүге көндә БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары менән бергә түңәрәк өҫтәл артында һөйләште. Йәш уҡытыусыларҙың уларға һорауҙар бирергә мөмкинлеге булды. Көндөң икенсе яртыһында белгестәр ораторлыҡ серҙәрен асты.
Оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуы етәксеһе Наил Юнысов, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгизәр Ҡудашев үткәрҙе. Артикуляцион күнегеүҙәр, сәхнәлә үҙеңде тотоу буйынса дәрестәр булды. Был көндө командаларға бүленеп, флешмоб та күрһәтелде.
Слеттың икенсе көнөндә уҡытыусылар педагогик оҫтаханаларға йыйылды. Уларға республиканың алдынғы уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уңыштарға эйә булған уҡытыусылар үҙҙәренең эштәрендә ҡулланған заманса ресурстар күрһәтте һәм ҡулланырға өйрәтте. Бында яһалма интеллектты ҡулланыу, дәрескә методик ҡулланмалар һәм федераль кимәлдә ҡатнашҡан тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар.
Шулай уҡ Ефремкин мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева үҙе яҙған уҡыу-методик комплекс менән таныштырҙы.
Ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.
Сара заман уҡытыусыһына бик әһәмиәтле, яңы мәғлүмәттәргә бай, йөкмәткеле булды. Уҡытыусылар был слеттан дәртләнеп, илһамланып, киләһе уҡыу йылына көс йыйып ҡайттылар.
Фәнил Гәрәев.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас