Рима Әхийәр ҡыҙын яҙмыш бала саҡтан төрлө яҡтарға алып барып, төрлөсә һынай. Шаран районында тыуһа ла, бала сағы тәүҙә Ғафури районындағы өләсәһе янында, артабан районыбыҙҙың Шәрипҡол ауылында үтә. 1976 йылда 8-се класты тамамлағас, юлдар уны Владимир яҡтарына алып китә. Бында тегем фабрикаһына өйрәнсек булып эшкә урынлаша. Ошонда эшләгәндә тормошҡа сығып, бер улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Тик өс бала менән Башҡортостанға ҡайтырға тура килә: Бельский ауылында эшкә урынлаша. Бында улдары донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа, малайға алты йәш булғанда атаһы вафат була. Ауыр йылдар, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Форсат килеп сыҡҡас, Яңауыл районына китеп, колхозға һауынсы булып эшкә урынлаша, фатир ҙа бирелә. “Был яҡтарға тиҙ өйрәнеп киттем. Кешеләре, тәбиғәте оҡшаны. Артабан шиғырҙар яҙырға улар ҙа этәргес биргәндер. Байтағы район һәм республика баҫмаларында донъя күрҙе. Ә тәүге шиғырҙарым уҡыусы саҡта уҡ “Хезмәт даны” гәзиттәрендә баҫылды”, - ти Рима Сираева.
Ғөмүмән, ижад ғүмер буйы уның менән бергә бара. Ҡыҙ бала саҡтан ижадҡа тартылып, әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡ булып үҫә: китаптар уҡырға, һүрәт төшөрөргә, театр ҡарарға, әсәһенең моңло йырҙарын тыңларға ярата, үҙе лә йырлай, шиғырҙар яҙа, шулай уҡ ауыл сәхнәләрендә концерт, спектаклдәр ҡуйыуҙа ҡатнашып, тамашасыларҙың күңелен яулай. Тәбиғәттән бирелгән һәләте һәм тырышлығы менән ижад юлынан бара.
Һөйләшеү барышында, тормошон бәйән итеп, элек һәм яңы яҙған шиғырҙары менән таныштырҙы, үҙе көйгә һалған йырҙарын үҙенә хас моң-көй менән йырлап ишеттерҙе. Моңло тауышлы ҡатындың йырҙарын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине, күңел ҡылдары тирбәлде. Уларҙа һағыш та, үткәндәрҙе юҡһыныу ҙа бар ине.
- Өлкән улым Олег армияға тиклем шоферға һәм механизаторға уҡып, колхозда эшләне. Яҡшы күңелле, эшһөйәр һәм ярҙамсыл булғаны өсөн яраттылар. Миңә ҙур терәк булды, туғандарын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итте. Шунан армияға алынып, тәүҙә Мәскәүҙә, артабан өлөшөнә Чечняла хеҙмәт итеү тейҙе. Өлгөлө хеҙмәт итеүе өсөн мин Рәхмәт хаты алып ҡыуандым. Ике йылға яҡын хеҙмәт итте, тик ҡайтырға ни бары ай ярым ғына ҡалғас, башын һалды ғәзизем. Ошо көндәрҙә һәләк булыуына 25 йыл тулды. Улыҡайымды уйламаған көнөм юҡ, ул минең йөрәгемдә йәшәй. Мәңгелеккә егерме йәшлек булып ҡалды инде. Бөтә һағыштарымды шиғыр юлдарына һалам. Шиғырҙарымдың күбеһе йәнем өҙгөләнгән, үҙемә урын таба алмаған, балаҡайым өсөн әрнегән саҡтарымда яҙыла, - тип һөйләне Рима Әхийәр ҡыҙы.
... Баҫалҡы, сабыр ҡатын артабан йәшәү өсөн үҙендә көс таба. Ижад итә-итә, ҡалған балалары һәм ейән-ейәсәрҙәренең сәләмәт-имен булыуҙарына Хоҙайҙан һорап ғүмер итә.
Уҙған йыл Рима Сираеваның тормошо тағы ла үҙгәрә. Яҙмыш ике йәндең юлын киҫештереп, ҡауыштыра - ул Үтәгән ауылынан Хәмит Фәлит улы менән бергә йәшәргә тип тормош ҡоралар. Күпме юлдар үтеп, күпме ҡайғы-ауырлыҡтар күреп, ғүмер көҙөндә бер ғаиләгә әйләнәләр. Ағиҙел буйында ғына урынлашҡан хозур тәбиғәтле ауыл ижад итергә артабан илһамландыра. Бында ул райондың “Илһам” әҙәби-ижад берекмәһенә лә ҡушыла.
- Бала саҡтан яратып уҡыған китаптар шиғриәт баҫҡыстарына алып менделәр. Тормошомдоң ауыр саҡтары ла, шатлыҡлы ваҡыттары ла илһам булып, ҡағыҙ биттәренә яталар, - ти ул.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.
Һағынырмын
Көҙҙәр еткәс һауаларҙы ярып,
Ҡаңғылдашып ҡаҙҙар уҙҙылар.
Улар шулай тыуған илгә арнап,
Һаубуллашыу йырын һуҙҙылар.
Сит яҡтарҙа улар һағыналар
Зәңгәр күлен, йәшел ҡыуағын.
Аҡ кәүҙәле бөҙрә ҡайындарҙы,
Иҙрәп ятҡан күкһел Уралын.
Һары көҙҙә тулҡынлана күңел,
Күрһәм әгәр киткән ҡоштарым.
Тыуған яҡҡа яҙын ҡайтырҙар тип,
Һағынырмын көтөп ҡыштарым...
Ҡайтһағыҙсы иҫән, ҡоштарым!
Ҡояшым
Ҡояшҡайм шаян күҙен ҡыҫа,
Аҡ ҡарҙарҙы биҙәй нур менән.
Аҡ ҡышымды юлға оҙатышып,
Яҙға юлдар һала, мин беләм.
... Эй, ҡояшым минең, һылыуҡайы,
Әйтсе, ниндәй хәйлә ҡораһың?
Күңелемдә ниҙәр ятҡанлығын
Әллә инде белеп тораһың?
Ергә йәшел яҙым килгән кеүек,
Күңеелмдә минең яҙ инде.
Гөрләүектәр аға