Даирә
+16 °С
Облачно
Новости
10 Сентября , 05:46

Беҙ һеҙҙең менән Еңеүҙе яулағансы!

Илтуған ауылы клубында Рәфит Килдейәров етәкселегендәге ирекмәндәр ойошмаһы яҡташ яугирҙәребеҙгә еңеүҙе яҡынайтыу, уларҙың күңелен дәртләндереү һәм тыуған яҡ сәләмен еткереү өсөн барыһын да эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеге оло рәхмәткә һәм маҡтауға лайыҡ. Рәфит Рәшит улы - афған һуғышы ветераны, утты-һыуҙы кискән, һуғыштың бар ауырлыҡтарын да үҙ иңендә татыған, сыныҡҡан яугир.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙ һеҙҙең менән Еңеүҙе яулағансы!Беҙ һеҙҙең менән Еңеүҙе яулағансы!
Беҙ һеҙҙең менән Еңеүҙе яулағансы!

Шуға күрә лә ул, Украинала хәлдәр киҫкенләшеп, Луганск һәм Донбасс биләмәләрендә йәшәүсе халыҡ Киев режимы тарафынан үгәйһетелә башлағас та, республиканан гуманитар ылауҙар туплап, яуҙашы Тимерйән Рәжәпов менән утлы юлдарҙы тапай башлай. Махсус хәрби операция иғлан ителеү менән Рәфит Рәшит улы битараф булмаған кешеләр менән берлектә фронтҡа ярҙам итеүҙе үҙенең төп бурыстарының береһе итеп ҡуя.
"Ауылдаштарыбыҙға рәхмәт, бер ҡасан да үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмайҙар. Беҙгә Иҫке Муса ауыл советы биләмәһендәге башҡа ауыл халҡы, мәсеттәр, клуб, музей, медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, афған һуғышы ветерандары, барлыҡ яугирҙәребеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләр ярҙам итә. "Ҡырмыҫҡалылар үҙебеҙҙекеләргә” волонтерҙар штабы (етәксеһе - Резида Әхтәмова) менән берлектә эшләйбеҙ. Маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн материалды Өфөнән заказ менән алабыҙ. Фәнил Булатов туҡыманы ваҡ киҫәктәргә бүлеүгә ҡулайлаштырылған станок эшләне. Йәмил Азнағолов менән икәүләп туҡыманы киҫеп, ҡатын-ҡыҙҙарға таҫмаларҙы йәһәтләп әҙерләп торалар. Уларға эшләргә уңайлы булһын өсөн шнурҙар, ҡайсы, бысаҡ, скотч, ҡағыҙ, тоҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡты алдан хәстәрләп ҡуябыҙ.
Халыҡтан йыйылған аҡсаға төҙөлөш материалдары, инструменттар, мотоциклдарҙың төрлөһөн, утын бысҡылары, генераторҙар һәм башҡа фронтта бөгөнгө көндә иң кәрәкле булған әйберҙәр алабыҙ. Халыҡтың, изге күңелле кешеләрҙең тырышлығы арҡаһында "Нива", "УАЗ" машиналары, "Урал" мотоциклы, квадроциклдар, питбайктар, автоприцептар алғы һыҙыҡҡа - 428 -се полкта хеҙмәт итеүсе яҡташ егеттәребеҙгә ярҙамға юлланды. Беҙҙең волонтерҙар үргән маскировка селтәрҙәре менән тотош ҙур ауылды ҡаплап ҡуйып булыр ине," - ти Рәфит Килдейәров.
Шуны ла әйтергә кәрәк, ауыл халҡы фронтты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә етди ҡарай. Консерваланған банкалар, быҡтырылған ит, ҡайнатмалар, сәйҙәр, киптерелгән емеш-еләк, туҡмас - барыһын да төргәктәргә матур итеп төрөп, һалдаттарға оҙаталар. Яңыраҡ ҡына Нәфисә һәм Илгиз Йосоповтар бер центнерҙан артығыраҡ яңы айыртылған ҡорт балын яугирҙәргә күстәнәс итеп ебәрҙе.
Арымай-талмай, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, хеҙмәттәре өсөн бер һум эш хаҡы һорамай, үҙ теләктәре менән һалдаттарға ярҙам итергә ашҡынып тороусы волонтерҙарҙың исемдәрен дә атап китәйек: Айһылыу Килдейәрова, Лена Хузиәхмәтова, Фәриҙә Юнысова, Ләйсән Ишмаҡова, Әлфирә Әхтәмова, бер туғандар, Яңы Муса ауылы ҡатын-ҡыҙҙары - Таңһылыу Зәйнетдинова, Мәрүәр Мөхәмәҙиева, Сәүиә Әминева.
"Беҙ һеҙҙең менән Еңеүҙе яулағансы!" тиҙәр Илтуған ауылы волонтерҙары фронтта ил именлеген яҡлаусы һалдаттарыбыҙға. Рәхмәт һеҙгә, ошондай ҡатмарлы, буталсыҡ заманда ил өҫтөнә төшкән ауырлығын үҙ иңегеҙгә алырға, бар булмышығыҙ менән улдарыбыҙға Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итергә тырышыусы изге күңелле кешеләр! Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!
P.S. Волонтерҙар музейҙа уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Рәхмәт уларға!
Клара Ғәйфуллина.
Илтуған музейы директоры.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас