Даирә
+13 °С
Облачно
Новости
7 Сентября , 10:35

Илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын!

Район үҙәгендә көн итеүсе яҡташыбыҙ, ҡул оҫтаһы Әхәт Нурышев бына хәҙер утыҙ йылға яҡын төрлө сувенирҙар эшләү менән шөғөлләнә. Үҙенең был яратҡан һөнәрен тағы ла киңерәк йәйелдереп ебәреү өсөн күп көс һәм тырышлыҡ һала ул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын!Илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын!
Илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын!

Районда уҙған һәр сарала тиерлек күҙҙәрендә ижади осҡон уйнаған, йөҙөнән һис бер йылмайыу китмәгән Әхәт Миҙхәт улын осратабыҙ.

Әҙәм балаһы үҙенең йәшәү дәүерендә төрлө ҡыйынлыҡтарға дусар була. Тик рухы көслө булған кешеләр генә яҙмыш һынауҙары ни тиклем генә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, барыбер ҙә еңеп сыға. Әхәт Нурышев та тап шундайҙарҙан. Уның тормош юлында, йәш кенә, типһә тимер өҙөрҙәй сағынан уҡ күтәргеһеҙ ауырлыҡтар осраһа ла, рух көсөнә таянып, барыһын да еңеп сығыуға өлгәшә.

Белеүегеҙсә, Әхәт Миҙхәт улы төрлө материалдар ҡулланып, сувенирҙар эшләй. Улар араһында ағас та, ҡаҙ йомортҡаһы ла бар. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит халыҡта – Әхәт ағай шулай уҡ гуашь менән һүрәт төшөрөргә лә маһир.

Әйткәндәй, Әхәт Нурышев “Даирә” гәзите редакцияһы менән тығыҙ бәйләнештә тора. Беҙ уның менән һәр ваҡыт аралашып, хәл-әхүәлен, киләсәккә пландарын белешеп торабыҙ, ҡулдан килгәнсә бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға ла тырышабыҙ. Күптән түгел генә тағы уның янына инеп сыҡтыҡ һәм төрлө ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмәләштек. Хушлашҡан саҡта ул беҙгә үҙенең ошо бигерәк йәмле картинаһын бүләк итте.

Рухи көсөгөҙ һүнмәһен-һүрелмәһен, ижад ҡомарығыҙ һәр саҡ артып торһон, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, Әхәт ағай!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас