

Фидария Абдуллина районда айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы профилактикалау буйынса саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Туберкулез, бруцеллез, лейкоз кеүек хроник рәүештәге йоғошло ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм профилактикалау буйынса планға ярашлы саралар үткәрә. Лейкоз буйынса ветеринария участкаһы имен зона булып тора. Ул ауыл хужалығы малдарының ауырыуҙарын диагностикалау мәсьәләләренә айырыуса иғтибарлы. Ҙур практик тәжрибәһе арҡаһында дөрөҫ диагноз ҡуя һәм дауалай. Теоретик һәм практик белемен күтәреү буйынса даими эш алып бара, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау буйынса саралар ойоштора. Бурыстарына яуаплы ҡарап, эште ваҡытында һәм сифатлы үтәй. Эштең иҫәбен һәр саҡ тәртиптә алып бара, отчеттарҙы ваҡытында бирә, - ти уның тураһында район ветеринария станцияһы начальнигы Ғәлинур Ҡунаҡаев.
- Хеҙмәттәштәрем мал табибы Тимур Ишбирҙин һәм ветфельдшер Надир Әйүпов менән биш ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауыл халҡының малдарын хеҙмәтләндерәбеҙ. Иҫке Бәпестең бөтә ауылдары, Ефремкин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡарлыман, Шайморатов ауыл Советы биләмәләренең бер нисә ауылы малдары беҙҙең ҡарамаҡта тора. Һыйыр малы, һарыҡ-кәзәләр, ҡош-ҡорт, шулай уҡ эт-бесәйҙәрҙең төрлө ауырыуҙарын дауалайбыҙ, йоғошло ауырыуҙарҙан профилактикалайбыҙ. Яҙ һәм көҙ айҙарында анализдар алабыҙ, прививка яһайбыҙ, - тип эше менән таныштырҙы Фидария Мәжит ҡыҙы.
Мал табибынан ни өсөн был һөнәрҙе һайлауы хаҡында ҡыҙыҡһынам.
- Мин бит ауыл ҡыҙы, бәләкәйҙән атай-әсәйемә мал ҡарашып, көтөү көтөшөп үҫтек. Шул саҡтан уҡ малдарға һөйөү тыуғандыр, тип уйлайым. Яҙмышым шулай булғандыр инде. Ауыл хужалығы институтына химия, биология, физика, рус теленән имтихандарҙы уңышлы тапшырып, һынауҙы уңышлы үтеп студент булып киттем. Буласаҡ тормош иптәшем Әлфир Фәрәхетдин улы менән бер төркөмдә уҡыныҡ. Уның менән дуҫлашып китеп, 4-се курста өйләнештек һәм диплом алғас, тыуған ауылы Иҫке Бәпескә ҡайттыҡ. Ул колхоз юлламаһы менән уҡығас, мотлаҡ ҡайтырға тейеш ине, - тип һөйләне Фидария Абдуллина.
Борай районы ҡыҙы был яҡтарҙы, ауылды, кешеләрҙе үҙ итә. Шулай тормош иптәше менән Иҫке Бәпестә төпләнеп, йорт һалып, балалар үҫтереп йәшәйҙәр. Тик тәүҙә уға алған һөнәре менән эшләргә тура килмәй. Ул саҡта урын булмай. Бер эштән дә ҡурҡып тормаған ҡатын төрлө эштәрҙә: тәүҙә фермала лаборант, интернатта төнгө бала ҡараусы, магазинда һатыусы, дәүләт страховкаһында хеҙмәткәр булып эшләй. 2001 йылда уны район ветеринария станцияһына эшкә саҡыралар. Ошо көндән һөнәри эшмәкәрлеген башлап, әлеге көнгә тиклем дауам итә. Ул тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙам күрһәтергә әҙер тора.
Малдар именлеге һағында торған Фидария Абдуллинаны һәм барса мал табиптарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.