

Саф һауала йөрөү, зарядка эшләү һәм скандинав йөрөшө – былар барыһы ла ойоштороусылар ярҙамында мөмкин булды.
Акцияла 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Балалар һәм өлкәндәр күңелдәренә ял һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт алып ҡайтты.
Сара барышында физик әүҙемлектән тыш, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында әңгәмә лә үтте. Бында һыу эсеү режимы, йәйге каникул ваҡытында хәүефһеҙлек һәм мәктәпкә әҙерлек тураһында фәһемле һөйләшеү уҙҙы.
- Спорт һәм хәрәкәт – ул сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер нигеҙе. Барыһын да сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡушылырға саҡырабыҙ һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған киләһе акцияларҙа көтөп ҡалабыҙ. Барлыҡ ҡатнашыусыларға әүҙемлеге һәм яҡшы кәйефтәре өсөн рәхмәтбелдерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ, - тиҙәр ойошторусылар бер тауыштан.
- Иҫке Муса ауылында әүҙем, спорт яратҡан ғаиләләр йәшәй. Һәр ваҡыт шундай булып ҡалығыҙ. Спорт – ул сәләмтәлек нигеҙе! Әүҙемлек күрһәткән барлыҡ ауылдаштарыма рәхмәт, - ти ауылдың фельдшеры Әлмира Ғөзәйерова.
Эйе, сәләмәтлек – кешенең иң ҙур байлығы. Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеһе килһә, һәр кеше иң беренсе сиратта үҙенең сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртырға тейеш. Аҙ хәрәкәтләнеү сәләмәтлек өсөн зарарлы. Хәҙерге заманр кешеһе аҙ хәрәкәтләнә, физик эште аҙ эшләй. Бигерәк тә, балалар күберәк телевизор, компьютер ҡаршыһында ултыра. Күп хәрәкәтләнеү, спортты яратыу, сәләмәт булыуға иң төп аҙым. Ошоно онотмайыҡ!