

Алғараҡ китеп шуны әйтергә мөмкин, эксперттар менән осрашыуҙан һуң Хәбировтың үҙен ышаныслы һәм тыныс тотоуы күңелдә айырыуса уйылып ҡалды. Уның беҙҙең уртаҡ көстәргә ышаныуы, нимәгә әҙер булырға, артыҡ шау-шыуһыҙ һәм милитаризациялауһыҙ граждандарҙы нимәгә әҙерләргә кәрәклеген аныҡ белеүе күренеп тора. Берәй хәл була ҡалһа – беҙ уға әҙер буласаҡбыҙ. Радий Фәрит улының яратҡан принцибы иҫкә төшә – иңдәреңә төшкәнде үтә, барыһы ла яҡшы булыр. Ҙур һәм ҡеүәтле төбәктең етәксеһе булараҡ, ул шулай эшләй ҙә. Һәм ауыр мәсьәләләр буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүенең сәбәптәре һәм эҙмә-эҙлелеге хаҡында осрашыуҙа һөйләне. Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға кәрәклеген белгән һәм еңел булмаған лидерлыҡ бурысын атҡарырға әҙер етәксе ул. Башҡортостан иркен тын ала, илебеҙҙең терәк төбәге булып тора һәм төрлө яҡлап йылдам үҫешә. Беҙҙә ныҡлыҡ запасы ҙур, һәм аяғыбыҙҙа ныҡлы торабыҙ. «Нимә эшләргә?» тигән һорауға яуап бер – «эшләргә һәм ныҡ булырға». Беҙ барыһын да йырып сығасаҡбыҙ. Беҙ осрашыуҙа Хәбировтан ниндәйҙер иллюзия тыуҙырған һәм ялған өмөттәргә илткән матур вәғәҙәләр ишетмәнек. Шундай ҙур һәм күп милләтле төбәктең лидеры яуаплылыҡты үҙ-үҙенә алыуы һәм ауыр ҡарарҙар ҡабул итеүе мөһим. Ә кешене икеләнеүҙәр һәм ҡурҡыуҙар уратып алған заманда үҙ-үҙеңдә булған ышанысты башҡаларға еткерә белеү икеләтә мөһим. Радий Хәбиров быны еңел эшләй – төрлө дәлилдәр менән раҫларға әҙермен.
Торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы, юлдарҙың торошо, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты, килемдең кәмеүе, дрондар һөжүме – рәсәйҙәрҙе борсоуға һалған һәм уларҙың социаль хәлен ҡатмарлаштырған иң төп мәсьәләләр, тип иҫәпләй социологтар. Ҡайһы саҡта властарға идара итеү ҡарарҙарын ваҡытында ғына түгел, мәсьәләләргә һәм уларға бәйле ҡарарҙарға ҡарата аңлатмалар биреп барыу ҙа мөһим.
«Беҙҙең бурыс – пессимистик тойғоларға эйәреп йөрөү түгел, ә кешеләрҙең кире тойғолары менән эшләү, көрәшеү һәм еңеп сығыу», – республика Башлығы Радий Хәбиров түңәрәк өҫтәл алдынан әйткән был фекер осрашыуҙың бөтә асылын асып һалды.
Төбәк Башлығы әйтеүенсә, бынан биш йыл элек тиерлек уның эш графигына (хәйер, һәр кемдең дә) яңы бурыс өҫтәлде: МХО. Бының өсөн ваҡыт, көс, ресурстар, хис-тойғолар кәрәк.
«Рәсәйҙең, республиканың, халыҡтың дошмандары бик күп. Аяуһыҙ, ҡурҡыныс, аҡыллы дошман ул. Һәм беҙгә ошоно халыҡҡа аңлатырға кәрәк», – тип Радий Хәбиров политологтар һәм йәмәғәтселәр менән осрашырға теләген белдерҙе.
Социологтар билдәләүенсә, күптәрҙе ниндәйҙер кимәлдә дрондар һөжүме борсой, тип рәсми мәғлүмәттәрҙе еткерҙе БР мәҙәниәт министрлығындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов. Борсолоуҙың артыуын аңлатып үтәйек: мәғлүмәт киңлегендә йыш ҡына дрондарҙың күрше төбәктәрҙәге предприятиеларға һөжүм итеүе хаҡында хәбәрҙәр баҫылып сыға, республика халҡының телефондарына пилотһыҙ һәм йә ракета хәүефе хаҡында белдереү килә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала ошо шарттарҙа эшләү өсөн кәрәкле инфраструктура булдырылған. 2022 йылдан ул шәхсән етәкселек иткән оператив штаб эшләй. Әлеге көнгә ҡурҡыныс аҫтында булған объекттар исемлеге билдәләнгән, уларҙа хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү өсөн юл картаһы төҙөлгән, бер нисә оборона һыҙығы булдырылған.
«Пассив оборона, төрлө ҡоралдар менән тәьмин ителгән әүҙем оборона бар — төбәк ярайһы уҡ ышаныслы һаҡланған тип әйтә алабыҙ. Бынан тыш, беҙ Рәсәй Федерацияһының һауаға ҡаршы оборонаһының дөйөм системаһына ҡушылғанбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Тап ошо сәбәпле, пилотһыҙ хәүеф иғлан ителгән ваҡытта сиреналар яңғырамай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта уның кәрәге юҡ, йәмғиәттә кешеләрҙә ҡурҡыу тойғоһон уятырға кәрәкмәй (күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр һеҙҙе иртәнге сәғәт 5-тә будильник урынына сирена уята икән, ниндәй кәйефтә булыр инегеҙ – автор иҫкәрмәһе). Шулай ҙа Башлыҡ, халыҡҡа хәүеф янаһа, сиреналар геүләйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған темаларҙың береһе — интернетты һүндереү һәм тыйылған селтәрҙәрҙе блокировкалау. Был бигерәк тә йәштәр араһында киҫкен тора, улар өсөн «...интернет булмауы хәлдең хәлдең нормаллеген юғалтыуға тиң кеүек», тип проблеманы күтәрҙе политолог Арсен Шәйәхмәтов.
Һәм, уның фекеренсә, интернетты һүндереү йә социаль селтәрҙәрҙе блокировкалау арҡаһында, был федераль кимәлдәге ҡарар булыуына ҡарамаҫтан, төбәк властарына ҡарата ризаһыҙлыҡ килеп тыуа.
Радий Хәбиров был хәлгә бәйле бөтә хәүефтәрҙе аңлауын һәм ҡабул итеүен белдерҙе. Әммә, йәштәрҙең ҡайһы берҙәренең ҡәнәғәтһеҙлегенән тыш, бында ҙурыраҡ эҙемтәләрҙе күҙалларға кәрәк.
Төбәк етәксеһе тыйылған социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрен юйғас, унда 600 меңлек аудиторияһын ҡалдырған мәлдә үҙен яу яланынан сығып киткән кеүек хис итеүен белдерҙе. Ни өсөн? Сөнки унда Рәсәйгә ҡаршы тотош бер армия эшләй ине: бөтә Европа, социаль селтәрҙең хужалары, акционерҙар. Ә был «йәшерен кәрт» менән уйынға тиң.
«Ундағы көсөргәнеште, был социаль селтәрҙәрҙә эшләүҙең ни тиклем ауыр булыуын хәтерләйем. Кешеләрҙең күңеленә барып етә алмаҫ инек, тип уйлайым. Шуға унан китеү яҡшыраҡ ине», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Йәштәр был социаль селтәрҙәрҙе аралашыу, бизнес алып барыу, үҙҙәренең идеяларын пропагандалау өсөн майҙансыҡ итеп ҡабул итә, ә улар деструктив көстәр яғынан үҫеп килгән быуынға йоғонто яһау өсөн бик көслө ҡорал булып тора, йәштәр үҙҙәренең йәшлеге һәм тәғәйен тәжрибәһе булмауы арҡаһында быны аңлап етмәй. Ә бындай хаталарҙың хаҡы бик юғары булыуы ихтимал. Радий Хәбиров аныҡ ҡына миҫал килтерҙе:
«Мин күптән түгел шартлауҙар әҙерләгән террористан һорау алыу тураһында сюжет ҡараным. Тәфтишселәр унан ҡайҙан задание алыуын һораны: канистра алырға һәм шартлатырға. Ул, социаль селтәрҙәрҙә, тип яуап бирҙе».
Һәм шуға ла, Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, хөкүмәттең иң мөһим бурыстарының береһе – йәштәр өсөн көрәш:
«Йәштәр менән бары тик эшләргә генә кәрәк, осрашыу мөһим. Мин йәштәр менән аралашырға теләйем. Ҡоро һүҙ һөйләшеү өсөн түгел. Һәр осрашыу минең өсөн ауыр бирелә, сөнки мин унда тойғоларымды ҡалдырам. Эйе, йәштәр тыйылған социаль селтәрҙәрҙә ултыра, ниндәйҙер мәғлүмәт ала, әммә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан һөйләшеүҙәр, төҙөлөш отрядтары, Беренселәр Хәрәкәте, "Патриот" паркы аша донъяның ҡояшлы яғын күрһәтергә тейешбеҙ. Бына ошолар — эшебеҙҙең бер өлөшө булараҡ, республикабыҙҙа, миңә ҡалһа, бик яҡшы көйләнгән».