Даирә
+18 °С
Ясно
Новости
16 Июня , 10:43

“Әсәй, ҡайғырма, барыһы ла яҡшы!”

“Әсәй, ҡайғырма, барыһы ла яҡшы!”

Һеҙҙең иғтибарығыҙға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ням-ням ҡушаматлы яугирҙең Олокүл ауылында йәшәүсе әсәһе һөйләгән тарихты тәҡдим итәм.

Яугирҙең бала-сағы

Денис бик иртә атайһыҙ ҡала. Уны әсәһе яңғыҙы үҫтерә. Бала саҡтан уҡ барыһын да теремек һәм аҡыллы булыуы менән һоҡландыра, ныҡлап спорт менән шөғөлләнә һәм мәктәптең баскетбол командаһы өсөн уйнай. Шулай уҡ ул музыканы ярата һәм барабан ҡулайламаһын үҙләштереп, район конкурстарында ҡатнашырға ла өлгөрә.

Мәктәпте тамамлағас, ҡалаға уҡырға китә. Артабан Екатеринбург ҡалаһындағы мобиль элемтә батальонында хәрби бурысын үтәп ҡайта, хеҙмәт юлын башлай һәм бына 2022 йылдың сентябре лә етә.

Махсус хәрби операция

Ням-ням ҡушаматы аҫтында Олокүл ауылынан яҡташыбыҙ, ефрейтор, ротаның санитар инструкторы Денис Кәлимуллин. Ябай ғына ауыл егете, күп уйлап тормайынса,  2022 йылдың сентябрендә Тыуған ил һағына баҫа.

2022-2024 йылдарҙа Денис взводтың атыусы-санитары булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың июненән алып ротаның санитар инструкторы вазифаһын башҡара. Яугирҙең ҡарамағында ике эвакуация төркөмө була. Ул рота, батальон һәм полктың шәхси составын тактик медицинаға өйрәтә. 2025 йылда ефрейтор званиеһын ала.

Денис учебканы Һарытауҙа үтә. Унда беҙҙең район ир-егеттәре менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен үҙләштерә. Аҙаҡ санитар инструкторына уҡый. Мобилизацияның башынан уҡ Абый, Фирс, Кэмэл, Борода ҡушаматлы хәрби иптәштәре менән иңгә-иң терәшеп хеҙмәт итә. Был ысын хәрби дуҫлыҡ: улар бергә башлайҙар, бергә ауырлыҡтар аша үтәләр, иң ауыр хәлдәрҙә бер-береһенә ярҙам итәләр. Бөгөнгө көнгә тиклем яугирҙәр, алыҫлыҡҡа һәм фронт юлдарына ҡарамаҫтан, бәйләнеш тота. Хәҙер Денистың бурысы – һуғышыу ғына түгел, ә ҡотҡарыу ҙа. Ул башҡа яугирҙәрҙе беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтә, ә үҙе алғы һыҙыҡтан яралыларҙы эвакуациялай.

Тыуған ил уның хәрби хеҙмәтен Георгий Жуков, Шайморатов, “Хәрби медициналағы ҡаҙаныштары өсөн”, “Махсус хәрби операция” миҙалдары менән бүләкләй. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Набат” Ветерандар союзы миҙалы һәм маҡтаулы хеҙмәте өсөн ғәскәри частән грамоталарға эйә була.

Ышаныслы тылы

Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң Денис тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ялға ҡайта һәм ғаилә ҡора. Уның ҡатыны Оля – яугирҙең ышаныслы тылы. Ул уны йорт усағын һүндермәй түҙемһеҙләнеп көтә, имен-һау һәм еңеү менән ҡайтырына ышана, доғалар ҡыла һәм бер кемгә лә өмөттө һүндерергә бирмәй. Уңайлы мәл килеп сыҡҡан һайын Денис үҙенең тере һәм һау булыуы тураһында хәбәр итергә тырыша. Алғы һыҙыҡтан шылтыратып, ҡыҫҡа ғына итеп: “Оля, борсолма, барыһы ла яҡшы!”, - ти ул. Яралыларҙы ут аҫтынан алып сыҡҡан саҡта күргән-кисергәндәре тураһында бер ҡасан да һөйләмәй. Ҡатыны барыһын да үҙе аңлап ҡабул итә, ләкин сер бирмәй. Һөйгәне өсөн ныҡ булырға тырыша.

Денистың әсәһенең дә һәр иртәһе бер нимә менән башлана: телефонды тикшерергә. Әгәр ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ хәбәр булмаһа, йөрәге ҡалтырай башлай. “Шулай ҙа мин тыныс һәм түҙем булырға тырышам. Улым һуғыша, тимәк мин дә көслө булырға тейешмен. Ул унда кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара, ә мин бында көтәм”, - ти әсә.

 

 

Ярҙамдан ташламайҙар

Олокүл һәм Сахай халҡы – яҡташтары яугирҙе һис тә онотмай. Сахай ауылының “Үҙебеҙҙекләр өсөн”, Олокүлдең “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр отрядтары даими рәүештә посылкалар, мәктәп уҡыусыларынан хаттар, маскировка селтәрҙәре, төрлө медикаменттар, йылы әйберҙәр ебәреп тора. Ошондай ҙур ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла Ням-ням һәр ваҡыт оло рәхмәтен әйтә. “Тыуған төйәктән килгән балалар үҙ ҡулдары менән яҙған өсмөйөш хаттар барлыҡ мейестәрҙән дә нығыраҡ йылыта”, - ти ул.

Денистың әсәһе лә яугирҙәргә оло ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла – ирекмәндәргә, күршеләргә, район хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтен белдерә һәм улына: “Денис, иҫән-һау ҡайт. Беҙ һине ныҡ көтәбеҙ. Һәм һинең ошо “Ням-ням” ҡушаматың гелән иҫләтеп торһон – өйҙә һине һәр ваҡыт тәмле итеп ашатырҙар, ҡосаҡларҙар, яратырҙар һәм башҡаса оҙаҡҡа ебәрмәҫкә тырышырҙар. Һин беҙҙең ғорурлығыбыҙ”, - тигән сәләмдәрен юллай. Ә яугир үҙ сиратында: “Әсәй, ҡайғырма, барыһы ла яҡшы!” – тигән сәләмдәрен күндерә.

Фия ХИСАМОВА.

Сахай ауылы.

Автор:
Читайте нас