

Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе, 90 йәшенә аяҡ баҫҡан Зилә Заһиҙуллина менән дә оҙаҡ гәпләшеп ултырырға тура килмәне, әммә ул үҙенең алсаҡлығы менән тиҙ арала күңелде арбаны.
Олокүл ауылында өс балалы ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булып донъяға килә ул. Һуғышҡа алынған һәм кире әйләнеп ҡайтмаған атаһын яҡшылап хәтерләмәй ҙә. Тәүҙә тыуған ауылында, һуңыраҡ Сахай, Бишауыл-Уңғар мәктәптәрендә тырышып белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙың ауырлығын, аслыҡ-юҡлыҡты үҙ иңдәрендә татырға, ауылда эшсе ҡулдар етмәгәнлектән, бала саҡтан колхоз эшенә егелергә лә тура килә уға. Зилә Хаживәли ҡыҙының һөйләгәндәренән, бәләкәй генә ҡыҙҙың серек бәрәңгегә йөрөгәне шунда уҡ күҙ алдына килеп баҫа. Ҡәләм, дәфтәр алырға ла аҡса юҡлыҡтан, икмәк бешереүсе булып эшләп ала. 5-6-сы кластарҙа уҡығанда каникул осоронда элеваторға эшкә йөрөйҙәр.
Тырыш ҡыҙҙы етәкселәр ҙә күрә һәм мәктәпте тамамлау менән уны кассир итеп ҡуялар, ә һуңыраҡ Өфөгә кооператив техникумына уҡырға ебәрәләр.
- Ул ваҡыттарҙа аҡсаны ҡапсыҡлап Ҡырмыҫҡалыға алып барып тапшыра инек. Нисек ҡурҡмағанмындыр. Инәйем дә, колхоз рәйесе лә бер ни әйтмәгән, тип әле уйлап алам, - тип хәтерләй ул саҡтарҙы әңгәмәсем.
Зилә Заһиҙуллина 38 йыл кооперация өлкәһендә ең һыҙғанып эшләй һәм үҙенең уңғанлығы, ихласлығы, яуаплы һәм ғәҙел булыуы менән яҡташтарының хөрмәтен яулай.
- Магазин мөдире булған саҡта тауар ташыр өсөн ҡайҙа ғына йөрөмәнек. Архангел, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалманы. Бер туҡтауһыҙ эшләнем. Магазин директоры итеп ҡуйырға ла уйлағайнылар, тормош иптәшем риза булманы, - тип бәйән итә ул үҙенең еңел булмаған хеҙмәте хаҡында.
Бишауыл-Уңғар ауылының үҙе кеүек тырыш, уңған егете, комсорг Марат Заһиҙуллин менән ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер һәм матур тәрбиә бирәләр. Марат Шәмсетдин улы ғүмер буйы яуаплы эштәр башҡара, күп ваҡыттарын командировкаларҙа үткәрә. Шуға күрә барлыҡ донъя мәшәҡәттәре күберәк Зилә Хаживәли ҡыҙы иңдәренә ята. Шулай булыуға ҡармаҫтан, ул эшенә лә өлгөрә, донъяһын да гөрләтеп көтә.
- Балалар баҡсаһы булмауы ғына ҡыйыныраҡ булды. Балаларҙы кемгә ҡалдырырға белмәй инем. Әле бер әбейгә, әле икенсеһенә ҡалдырып, үҫтереп алдым. Әле донъя көтөүе еңел. Утын әҙерләргә, һыу ташырға кәрәкмәй, һәр йортҡа газ һәм һыу үткән. Беҙ йәш саҡта кер йыуырға, мал эсерергә, мунсаға күлдән һыу ташыныҡ, - ти ул тормош көткән саҡтарын хәтерләп.
Ҡыҙғанысҡа, Заһиҙуллиндарға бала ҡайғыһын кисерергә тура килә. Улы Радик ике балалы ғаиләһен ҡалдырып, 13 йыл элек фажиғәле рәүештә мәрхүм була. Улының үлемен ауыр кисергән атай үҙе лә бер йылдан яҡты донъя менән хушлаша. Әлеге көндә Зилә Заһиҙуллина ауыр ҡайғыларға бирешмәй, һынмай-һығылмай ҡыҙы Риманың хәстәрен тойоп йәшәй. Өфөлә донъя көткән, ғаиләһендә өс ул тәрбиәләгән Рима аҙна һайын ашҡынып ҡайта һәм бар яҡлап ярҙам итә.
Тормоштоң ауырлығын күрһә лә, күп йөрөгән аяҡтары һыҙлаһа ла, Зилә Хаживәли ҡыҙы бер ҡасан да зарланмай. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп донъя көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә.
- Аяҡтарым һыҙлаһа ла, күберәк хәрәкәт итергә тырышам. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Тик ултырһаң, аяҡтар бөтөнләй йөрөмәй башлай, - ти ул был хаҡта.
- Инәйем бер ҡасан да тормош ауырлығына зарланмай. Сирләгәнен дә белгертмәй. Абыйым менән әтейемде юғалтыу ҡайғыһына ла бирешмәне. Өлкән йәштә булһа ла, һаман беҙҙең өсөн тырыша. Элек тә донъя көтөргә тырыш булды, әле лә барыһын булдыра. Үҙенең сыҙамлығы, уңғанлығы, ярҙамсыллығы, ғәҙел булыуы менән бар ауыл халҡы алдында дан ҡаҙанды. Һәр ваҡыт ауылдаштар, башҡа тирә-яҡтан яҡташтар уға кәңәш һорап киләләр ине. Әтей тәьминәтсе булып эшләгәс, һәр ваҡыт командировкаларға йөрөнө. Шуға күрә барлыҡ донъя мәшәҡәттәре күберәк әнейебеҙ иңендә булды. Беҙ ҙә ярҙам иттек. Әле лә ул иртә менән тора, миңә эш ҡалдырмаҫҡа тырыша, иҙәнен, керен йыуып ҡуя. Беҙ ҡайтыуға ашарға әҙер, ҡоймаҡтар ҡойолған, бәлештәр бешкән, - тип һүҙгә ҡушыла ҡыҙы.
Эйе, Зилә Заһиҙуллинаның уңғанлығы әллә ҡайҙан күҙгә салына. 90 йәшкә аяҡ баҫҡан яҡташыбыҙҙың йортоноң һәр урынында тәртип, бөхтәлек хөкөм һөрә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙе икмәк бешерә. Хеҙмәт уҙаманын хаҡлы ялға оҙатҡан саҡта Өфөнән килгән етәкселәр ҙә уның лайыҡлы хеҙмәткәр булыуын билдәләйҙәр.
Дини китаптарын ҡулынан төшөрмәй, доғалар уҡып, иҫән-имен булыуына шөкөр итеп, биш ейән-ейәнсәре һәм биш бүлә-бүләсәренең шатлыҡтарын кисереп ғүмер йомғағын һүтә ул. 38 йәшендә генә биш балаһын ҡалдырып донъя ҡуйған килендәшенең балалары ла ғаиләләре менән үҙ инәйҙәрендәй күреп, гелән ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйҙәр.
Яҡындарығыҙҙы ҡыуандырып тағы ла оҙаҡ шулай бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.