Даирә
+7 °С
Облачно
Новости
22 Апреля , 16:52

Яҙмыштарҙы миҙгел үҙгәртә Хикәйә

Был ҡарарға килеү ҙә, өйҙө бикләп, бар нәмәне ҡалдырып бөтөнләйгә әсәһе янына ҡайтып китеү ҙә еңелдән булманы Әлиәгә. Күҙҙәренә йәштәр тулды, таксист алдында үкереп илап ебәрмәҫ өсөн ауыҙын ҡулы менән ҡапланы, тик урғылып сыҡҡан был хистәрҙе туҡтатырлыҡ түгел ине. Әлиә үкһеп илап ебәрҙе. Руль артындағы йәш кенә егет бер нисә тапҡыр һүҙ әйтергә ынтылып ҡараған ине, файҙаһыҙ икәнен күргәс, юлын тын ғына дауам итте. 

Яҙмыштарҙы миҙгел үҙгәртә    ХикәйәЯҙмыштарҙы миҙгел үҙгәртә    Хикәйә
Яҙмыштарҙы миҙгел үҙгәртә Хикәйә

– Етте! Күпме түҙергә була? Өйләнешкәнгә быйыл ете йыл тула, ә алға китеш юҡ... Ни фатирыбыҙ юҡ, ни эш хаҡы бәләкәй. Кибеткә барһаң, хаҡы төшкәнерәк тауарҙарҙы эҙләп күҙ тона. Театрға, концерттарға барып, күңел асыу тураһында уйлайһы ла түгел. Юҡ! Туйҙым! Мин былай йәшәргә риза түгел. Хәҙер кейемдәремде йыям да, билет алып әсәйҙәргә – Өфөгә ҡайтып китәм. Әсәй мине аңлар, моғайын, ҡыуып сығармаҫ, – тип һөйләнә-һөйләнә Әлиә әйберҙәрен йыя башланы.Кистән пландар кинәт шулай үҙгәреп китер, тип һис уйламаған ине Әлиә. Иртән күҙҙәрен асҡанда карауатта бер үҙе йоҡлауын күргәс, яратҡан ире Радмиры тағы өйгә ҡайтмауын аңлағас, күҙҙәренә мөлдөрәмә йәштәр тулды. Шуның өсөн кейәүгә сыҡтымы һуң ул уға? Бер үҙе йоҡоға талып, бер үҙе уяныр өсөнмө? Ул ниндәй бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш һуң ул? Нишләп һуңғы ваҡытта гел Радмирҙы ғына төнгө дежурға ҡуялар? Башта йөҙ һорау, тик береһенә лә яуап юҡ.
Иртәнге сәйҙе эсте лә ҡулына ҡәләм алды. Өйҙән сығып киткәнсе Радмирға бер нисә һүҙ яҙып ҡалдырырға кәрәк. Насармы-яҡшымы, нисә йылдар бергә йәшәлгән. Юҡ, Радмирҙы йүнһеҙ ир тип әйтеп булмай, эсмәй, тартмай. Аллаға шөкөр, сит ҡатындар менән дә сыуалғаны һиҙелмәй. Тик бына шул көнө-төнө эштә йөрөүе тамам Әлиәне ялҡытты. Бәлки, аяҡ аҫтында буталанып йөрөгән балалары булһа, был ҡәҙәре ҡыйынлыҡ тойолмаҫ ине. Көндәре лә, төндәре лә һиҙелмәй үтер ине Әлиәнең. Юҡ шул... Башта фатир алайыҡ, унан һуң бала тураһында уйларбыҙ, тип һәр саҡ Радмир ҡаршы килде. Эх! Аңламаны шул ул Әлиәнең нисек әсә булғыһы килеүен.
Ҡулына ҡәләм алғансы әллә нимәләр яҙырҙай ине. Тик нишләптер башлап ебәреүе ауыр булды. Комод өҫтөндәге туй фотоһүрәтенә күҙе төштө, хәтирәләр, бәхетле саҡтар, күңелле мәлдәр күҙ алдына килде.
Әлиә, 11-се класты тамамлағас, документтарын Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә тапшырҙы. Хыялы, билдәле журналист булып, ил, донъя гиҙеү, яңы кешеләр менән осрашыу, танышыу ине. Сентябргә тиклем әле ваҡыт күп тип, Ғафуриға өләсәһе янына китте. Көндәр буйы еләк-емеш йыйып, уларҙы эшкәртеп, баҡсалағы йәшелсәләргә һыу һибеп, өләсәһенә төрлө өй эштәрендә ярҙам итеп арып бөтөүгә ҡарамаҫтан, кис еткәс иптәш ҡыҙы Рәмилә менән клубҡа бара инеләр. Ә унда шау-гөр, күңелле! Бына шунда таныштылар ҙа инде улар. Бер-береһен күреү менән ғашиҡ булдылар. Радмир уны беренсе көндә үк оҙата барҙы. Егет хәрби училищены тамамлап, өләсәһе менән һаубуллашырға ҡайтҡан, бер айҙан һуң ул Ростов ҡалаһында үҙенең хеҙмәтен башлап ебәрергә тейеш икән.
Танышыуының беренсе көнөнән үк Әлиә үҙенең тормошон Радмирһыҙ күҙ алдына ла килтерә алманы. Көнөн дә, төнөн дә тик уны ғына уйланы. Ата-әсәһенең: “Ҡабаланма кейәүгә сығырға, һин йәш бит әле”, – тиеүенә ҡарамаҫтан, тиҙ арала туй яһап, Ростовҡа икәүләшеп сығып та киттеләр. Бына шулай башланған ине уларҙың тормош юлдары. Эйе, бар ине бәхетле, мөхәббәткә күмелеп йәшәгән саҡтар, тик барыһы ла артта ҡалды, бөгөндән башлап артта...
Булды! Балауыҙ һығып ултыра торған саҡ түгел. Тиҙ генә яҙырға ла юлға сығырға кәрәк. Радмир ҡайтып инһә, кире уйлауы мөмкин. Тиҙ генә: “Хуш, Радмир! Мин башҡаса былай йәшәй алмайым! Оноторға тырыш мине”, – тигән бер кәлимә һүҙ яҙҙы ла сумкаһын алып таксиға сығып ултырҙы.
Был ҡарарға килеү ҙә, өйҙө бикләп, бар нәмәне ҡалдырып бөтөнләйгә әсәһе янына ҡайтып китеү ҙә еңелдән булманы Әлиәгә. Күҙҙәренә йәштәр тулды, таксист алдында үкереп илап ебәрмәҫ өсөн ауыҙын ҡулы менән ҡапланы, тик урғылып сыҡҡан был хистәрҙе туҡтатырлыҡ түгел ине. Әлиә үкһеп илап ебәрҙе. Руль артындағы йәш кенә егет бер нисә тапҡыр һүҙ әйтергә ынтылып ҡараған ине, файҙаһыҙ икәнен күргәс, юлын тын ғына дауам итте. Тимер юл вокзалы Әлиәләр йәшәгән урындан шаҡтай ғына йыраҡ икән. Ярты сәғәт ваҡытты алды. Барып туҡтауға Әлиә бер аҙ тынысланды, тик күҙҙәре шешенгән, танауы ҡыҙарған ине. Таксисҡа аҡсаһын биреп, кассаға табан юл алды.
Билетты тиҙ алды, сиратта ике-өс кеше генә баҫып тора ине. Поезд ҡуҙғалып китергә бер сәғәттәй ваҡыт ҡалып килә, Әлиә сумкаһын алып перронға сыҡты.
Ҡыштың һуңғы айы булыуға ҡарамаҫтан, көндәр һалҡын тора. Ул баш кейемен батырыбыраҡ кейҙе, ҡулына әсәһе бәйләгән йөн бейәләйҙәрен кейеп, үҙе кеүек поезд көтөүселәргә күҙ һалды. Унда бер нисә ғаилә бар ине, берәүҙәре – берәр, икенселәре – ике-өс балалы. Шундай бәхетлеләр! Балалар ваҡытты бушҡа үткәрмәй, үҙҙәренә уйын тапҡан булып, йүгерешәләр, сыр-сыу килеп көлөшәләр. Уларға ҡарап, Әлиәнең бер аҙ күңеле күтәрелеп киткәндәй булды. “Былары ялға ҡайтыусыларҙыр инде”, – тип уйлап ҡуйҙы Әлиә. Арала йәш егеттәр ҙә бар ине, уларҙың сумкалары ла юҡ кеүек. “Былары ҡайҙа бара икән инде?” – тип уйларға ла өлгөрмәне, бөтөн донъяға ауаз һалып, поезд килгәне ишетелде.
Күп тә үтмәй пассажирҙар вагонға инеп үҙ урындарына ултырҙылар. Ул да сумкаһын өҫкә ташланы ла, тәҙрәгә күҙ һалды. Ябалаҡлап ҡар яуа. Әлиәнең күңеленә ниндәйҙер бер шом тулғандай булды. Уны аңлап була, сөнки был ҡала менән мәңгелеккә һаубуллашып, тыуған яғына юл тотто бит ул.
Поезд яйлап ҡына ҡуҙғалып китте. Хуш, мөхәббәтем! Хуш, Радмирым! Хуш, Ростов ҡалаһы! Әйтеүе генә рәхәт, “хуш” тиеп. Әлиәнең күҙҙәренән йәштәр урғылды, тамаҡта ниндәйҙер бер төйөр хасил булды, ул тын алышын ауырайтты, нишләптер аңы томаланып, башы әйләнеп китте. Тотона-тотона Әлиә тамбурға сыҡты, бында уның хәле яҡшырып киткәндәй булды, беренсенән, баҫып барыу күпкә яйлыраҡ икән, икенсенән, тамбурҙа ел уйнап торғанға, тын алыуҙары еңеләйҙе.
Ҡаланың райондары бер-бер артлы күренеп ҡала: завод торбалары, йорттар, Радмиры хеҙмәт иткән хәрби часть, барыһы ла артта ҡала бара.
Туҡта! Гел үткәндәр менән йәшәргә ярамай! Киләсәк тураһында уйларға кәрәк! Бер көндә, ун биш сәғәт тигәндә, Алла бойорһа, Әлиә Өфөлә буласаҡ. Әсәһен ҡайғыртмайым тип, уға алдан хәбәр итеп торманы, телефондан шылтыратһа, йөҙ һорау яуҙырасаҡ: “Нишләп бер үҙең? Ҡайҙа кейәү? Ҡасанға ҡәҙәр Өфөлә булаһың? Нимә бешерәйем? Ни булды?” Бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙар яуасағы көн кеүек асыҡ. Иң аяныслыһы, был һорауҙарҙың күбеһенә яуаптарҙы Әлиә үҙе лә белмәй ине.
Шулай уйлана-уйлана Әлиә тыуған Башҡортостанына юл алды, аралар барған һайын яҡыная барҙы. Көн кискә ауышты, Әлиәнең иртәнән бирле тамағына бер тәғәм ризыҡ та ҡапмауы иҫенә төштө. Ул бәләкәй сумкаһын ғына алып, вагон-ресторанға табан атланы. Хоҙайға шөкөр, ул вагон аша ғына икән, алыҫ барырға тура килмәне. Кеше әллә ни күп тә түгел ине, шундуҡ официант ҡыҙ килеп тә баҫты. Бер-береһе менән иҫәнләшкәс, ҡыҙ менюҙы Әлиәнең ҡулына тотторҙо. Береһенән-береһе тәмле ризыҡтар һүрәттәренә ҡарап ултыра торғас, татар, башҡорт ризығы булған ҡыҫтыбый ашайһы килеүен аңланы, уның янына үлән сәйен килтереүен һораны.
Официант ҡыҙ киткәс, Әлиә тирә-яҡҡа күҙ һалды. Вагон-ресторан зауыҡ менән биҙәлгән: стеналарҙа милли кейемдәрҙәге төрлө милләт халыҡтары төшөрөлгән картиналар, йәшел төҫтәге тәҙрә пәрҙәләренә башҡорт орнаменты сигелгән, вагон иҙәненә башҡорт балаҫы түшәлгән, ултырғыстарға йәшел төҫтәге япмалар ябылған. Әгәр ҙә поездың тыҡылдағаны ишетелмәһә, ара-тирә һелкетмәһә, Өфөлә бер ресторанда ултырам тип уйларға булыр ине.
Официант оҙаҡ көттөрмәне, парҙары сығып торған, тәмле еҫен таратҡан ҡыҫтыбыйҙы өҫтәлгә килтереп тә ҡуйҙы. Әлиә бисмиллаһын әйтеп ашарға тотондо. Асыҡтырған ине. Тәмләп-тәмләп, ҡулдарынан майҙарын ағыҙа-ағыҙа әсәһе бешергән ҡыҫтыбыйҙарҙы иҫенә төшөрә-төшөрә ашауын дауам итте. Шул ваҡыт ҡаршы өҫтәл артында ултырыусы ирҙең заказын килтерҙеләр. Вагон-ресторан эсен шашлыҡ еҫе ялмап алды. Элегерәк Әлиә шашлыҡты бик яратһа ла, бөгөн был еҫ уға ауыр тойолдо. Башы әйләнеп китте, күңеле болғанды, ул официант ҡыҙҙы саҡырып, тиҙ генә ҡыҫтыбый менән сәй өсөн түләне лә тиҙерәк сығыу яғына атланы. Бит­тәрен, ҡулдарын һалҡын һыу менән йыуғас, хәле еңеләйеп китте. Бөгөнгө кисерештәр, илауҙар эҙһеҙ үтмәне буғай, ҡан баҫымы түбәнәйгәндер, тип уйлап ҡуйҙы Әлиә. Урынын йәйеп, иртәгә барыбер еңелерәк булыр тип өмөтләнеп, йоҡларға ятты. Йоҡларға ятты тиһәң дә, поезда йоҡлай алғандарға Әлиә көнләшеп ҡарай. Поезд тауышына түгел, өйҙә сәғәт текелдәүенә лә йоҡлай алмай ул, шулай булыуға ҡарамаҫтан, күҙен көсләп булһа ла йомоп ята бирҙе.
Яңынан уйҙары уны үҙҙәре йәшәгән бүлмәгә, Радмиры янына алып китте. Моғайын, бөгөн ире өйөнә ҡайтҡандыр, Әлиәнең яҙған хатын уҡығандыр, телефондан шылтыраталыр. “Һин ҡайҙа, йәнем?” тигән һорауҙарын әҙерләгәндер, тик шылтырауҙар Әлиәгә килеп етә алмай шул.
“Уйҙар, уйҙар... нисек кенә һеҙҙе туҡтатырға икән? Бармы икән берәр сараһы? Юҡтыр шул, булһа тормоштар күпкә еңеләйер ине, теләһә ниндәй яуыз уйҙар инмәҫ ине әҙәм баштарына, инһә лә бик тиҙ генә юҡҡа сығырҙар ине”, – тигән уйҙар менән Әлиә йоҡоға талды.
Уянып киткәндә, көн яҡтырған ине инде. Пассажирҙар быш-быш нимәлер һөйләшә, бер нимә аңлап булмай. Йөҙҙәре бик борсоулы. Кемдер кейенә, кемдер сумкаһына әйберҙәрен тултыра. Әлиә бер ни аңламай. Нимә булған? Ҡайҙа йыйына халыҡ? Ниндәй һуғыш? Аптырағас, Әлиә был һорауҙы күршеһенә бирергә булды. Ул:
– Үҙем дә бер ни аңламайым, ниндәйҙер махсус хәрби операция башланған, – тине.
Әлиәне ток һуҡҡандай булды, аяҡ аҫтында ер убылдымы ни. Нисек тә поездан төшөп ҡалырға, Радмиры янына Ростовҡа кире ҡайтыу юлын ҡарарға кәрәк. Бер нисә тапҡыр Радмирына шылтыратып та ҡраны, тик алыусы булманы, “абонент недоступен” тигән яуап ҡына ишетелде.
– Эй Аллаҡайым! Уҡымаһа ғына ярар ине минең хатты. Радмирым! Алтыным! Бер үк ғәфү ит мине! – тип ялбарыуын дауам итте Әлиә. – Нисек тә ҡайтып өлгөрөргә кәрәк, – тигән уйҙар менән беренсе туҡталышта уҡ төшөп ҡалды...
Тик Радмиры менән яңынан күрешергә, уның яғымлы тауышын ишетергә лә тура килмәне Әлиәгә. Нишләптер яҙмыш шулай ҡушҡан булып килеп сыҡты. Радмирҙы ҡатыны менән һаубуллашыу өсөн бер сәғәткә генә ебәргәндәр, өҫтәлдәге хатты уҡып, оҙаҡ ҡайғырып ултырырға, телефондан шылтыратып, Әлиәне эҙләргә ваҡыты ла булмай уның. Тиҙ генә әйберҙәрен ала ла яңынан часҡа йүгерә, хәрби кешегә һуңларға ярамай. Был турала күп көндәр үткәс, Әлиәгә күршеһе һөйләне.
Нәҡ бер айҙан Радмир тураһында “Геройҙарса һәләк булды” тигән хәбәр килде. Ҡап-ҡара сәстәренең минут эсендә ағарыуын Әлиә дауаханала иҫенә килгәс кенә күрҙе.
– Нишләп мин бында? Сәстәремә ни булған? Һеҙ кем? – тигән һорауҙар яуҙыра башланы бөтөн көсөн йыйып Әлиә. Йәш табип яйлап ҡына Радмирҙың геройҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәрҙе әйткәс, ул йәнә йән әсеһе менән иларға кереште. Әлиә үҙен ғәйепле һананы.
– Радмирым иҫән булмағас, минең дә йәшәргә хаҡым юҡ! Хаҡым юҡ! – тип ярһыны.
– Әлиә! Тынысланырға тырыш! Был һүҙҙәрҙе Радмир ишетһә, ул һине ғәфү итмәҫ ине! Үлергә һинең хаҡың юҡ, сөнки һин бөгөндән башлап үҙең өсөн генә түгел, йөрәк түрендәге бәләкәй Радмир өсөн дә яуаплыһың. Һин йөклө, Әлиә!
Әллә шәфҡәт туташы яһаған уколдың файҙаһы тейә башланы, әллә табиптың әйткән һүҙҙәре, Әлиәне яңынан тормошҡа ҡайтырға мәжбүр итте, ул айнып киткәндәй булды, ҡулдары менән яйлап ҡына эсен һыпырҙы, йөҙөндә тик йөклө ҡатындарға ғына хас булған йылмайыу барлыҡҡа килде.

Автор:
Автор:
Читайте нас