

«Йәшлегем туғайы» тигән яҙма фонында Таһир Вилдановтың фотоһүрәте. Бөгөн үтәсәк сараның йөкмәткеһенә аңлатма бирә ошо фон. Билдәле шәхес, журналист һәм әҙип, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Таһир Вилдановтың «Йәшлегем туғайы» тигән китабының исем туйы уңайынан әҙәби-музыкаль кисә йыйҙы халыҡты ошо залға. Таһирҙың шәхесе, эшмәкәрлеге, ижады хаҡында Сахай ауылы хакимиәте башлығы Ришат Хөснөтдинов айырыуса бер йылылыҡ менән һөйләп үтте, уның тырыш, ярҙамсыл, ихлас күңелле, эскерһеҙ, алсаҡ булыуын билдәләне. Таһирҙың ижади эшмәкәрлегенә замандашыбыҙ, ижадташ дуҫыбыҙ Риф Йөҙлөкбаев та тулы баһа бирҙе.
Эйе, әҙәбиәт өлкәһендә эшләү өсөн ижади һәләт менән бергә тырышлыҡ та кәрәк. Таһир Вилданов бик егәрле, ваҡытын бушҡа әрәм итмәй. Нәҡ шуға күрә лә әленән-әле матур әҫәрҙәре, яңынан-яңы китаптары менән ҡыуандырып тора.
Таһир Йәғәфәр улына ҡарата ғәҙел маҡтау һүҙҙәре лә, ихтирам хистәре лә, рәхмәт һүҙҙәре лә күп яңғыраны. Ә иң мөһиме, былар ихлас күңелдән, йөрәк түренән урғылды. Таһир Вилдановтың әҫәрҙәре үҙе бер тарихи йылъяҙма. Ошо уңайҙан ул маҡтаулы ла, бик файҙалы ла эштәр башҡара. Шуның өсөн халыҡтың хөрмәте, ихтирамы сағылыш тапты ошо әҙәби кисәлә. Һәр кем теләктәрен, ҡотлауҙарын әйтергә ынтылып торҙо.
Ә йыйып әйткәндә, Таһир Вилдановҡа киләсәк йылдарҙа ла тормош мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, дәртләнеп, ҡанатланып ижад итергә насип итһен, тигән теләктә булды һәр кем. Амин, шулай булһын.
Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы.