Новости
17 Апреля , 17:42

"Сатҡылар" был юлы ла өмөттәрҙе аҡланы

"Сатҡылар" халыҡ театрының һәүәҫкәр артистары Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Минең ғаиләм" спектаклен иҫ киткес юғары оҫталыҡ менән башҡарып, был юлы ла тамашасыларҙың көткән өмөттәрен аҡланы.

Спектаклдә тормоштан алынған ваҡиғалар – эскелек, ҡәйнә менән килен мөнәсәбәте, кеше ғүмеренең ҡиммәттәрен һәүәҫкәр артистар Фәйрүзә Ҡотлобаева, Зөлфәр Хөсәйенов, Иҫке Муса ауылынан Илшат Ғәлиәхмәтов, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Әлфиә Бикташева, Нәргизә Закирова, Рәсилә Иштуғановалар тарафынан бик оҫта итеп тамашасыларға еткерә алды. Спектакль барышында иларлыҡ та, көлөрлөк тә мәлдәр булды. 

Спектаклде сәхнәгә сығарған режиссер Флүрә Низамоваға бар район халҡы исеменән ҙур рәхмәт. Халыҡ спектаклдән бик ҡәнәғәт булып, фәһем алып таралды.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас