

Был хаҡта йырсы, социаль селтәрҙә үҙенең шәхси телефон номеры баҫылып сыҡҡас, һәр төрлө янауҙарҙың һәм кәмһетеүҙәрҙең артыуы хаҡында һөйләгән саҡта әйтеп үтте.
– Мин тимерҙән түгел. Селтәрҙә шәхси номерым баҫылып сыҡҡас, көн һайын ят номерҙарҙан шылтыратып, янауҙар һәм кәмһетеүҙәр башланды. Быға иғтибар итмәҫкә, тыныслыҡ һаҡларға, бысраҡ хәбәрҙәрҙе иғтибарға алмаҫҡа тырыштым, әммә мин дә кеше, минең дә йөрәгем бар... Бәлки, ситтән улай күренмәйҙер, әммә мин барыһын да йөрәгемә яҡын ҡабул итәм һәм был хәлдәрҙән ныҡ ауыр... Кемгә нисек ярҙам итеүебеҙ тураһында һәр кеше алдында яуап тоторға йыйынмайым. Нисек булдыра алабыҙ, шулай ярҙам итергә тырышыуыбыҙҙы көсһөҙлөккә япһаралар. Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр шул тиклем яуыз була икән? Ошоноң менән был теманы ябабыҙ. Беҙ һеҙҙең менән бер нәмә лә хәл итә алмайбыҙ, бының өсөн суд бар, ә ул буласаҡ, эште Тәфтиш комитетына ебәрҙеләр, – тип яҙҙы Гөлназ Асаева.
"Башҡортостан" гәзите.
https://vk.com/wall-153665096_284154