Тыумышы менән ул Бөрө ҡалаһынан, ә бер йыл элек уның ғаиләһе Иҫке Ҡыйышҡы ауылында йорт һатып алған.
2004 йылдың яҙында яугир РФ Оборона министрлығы менән уонтракт төҙөй. Өс айҙан артыҡ ул хәрби әҙерлек үтә, унда ул идара итеү, зарядкалау һәм артиллерия ҡоралынан – гаубицанан атыуҙы үҙләштерә. Хәрби әҙерлектән һуң яугир алғы һыҙыҡҡа юллана.
- Минең күп кенә дуҫтарым һәм туғандарым бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлайҙар. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бегҙҙең арала юҡ – батырҙарса һәләк булдылар,- ти ул.
“Адвокат”тың һүҙҙәренә ҡарағанда, бүлексәләр даими рәүештә гуманитар ярҙам ала. “Башҡортостандың ышаныслы тылы” волонтерҙар штабы айырыуса ярҙам итә. Яугирҙәргә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, гигиена саралары һәм иң кәрәкле өйберҙәр килтерәләр.
Әлеге ваҡытта “Адвокат” ҡыҫҡа ваҡытлы ялда, ләкин тиҙҙән яңынан алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Ул Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операция ветерандары берлеге ағзаһы булып тора. Ҡабаҡ ауылынан “Малыш”, Иҫке Ҡыйышҡынан “Мажор” һәм Өфөнән “Череп” ҡушаматлы яугирҙәр менән бергә улар Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбендә музей асырға ниәтләйҙәр.
- Йәйгә музей эшләй башлаясаҡ. Бында махсус хәрби операция зонаһынан килтерелгән экспонаттар күрһәтеләсәк. Беҙҙең инициативаны Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов һәм мәктәп директоры Регина Сәләхетдинова ла хупланы. Бина биргәндәре өсөн уларға ҙур рәхмәт,- тип пландары менән уртаҡлашты әңгәмәләшеүсебеҙ.
Хәҙер кабинетта яҡтыртыу буйынса монтаж эштәре алып барыла, һәм тиҙҙән беҙ музейҙы төҙөкләндерә башлаясаҡбыҙ. Шулай уҡ экспонаттар менән бөтә Рәсәйҙән башҡка яугирҙар ҙа ярҙам итә. Махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн хеҙмәткәр IV дәрәжә Георгий тәреһе орденына, шулай уҡ II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарына лайыҡ булды.
Беҙ “Адвокат”ҡа һәм барлыҡ яугирҙарға ныҡлы сәләмәтлек, ҡаҡшамаҫ ныҡлыҡ, тиҙерәк Еңеү менән өйҙәренә имен-аман ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Уларҙың батырлығы – ысын ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ өлгөһө ул.
Контракт хеҙмәтенә ҡағы¬лышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары бу¬йын¬са шылтыратырға йәиһә Ҡыр¬мыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Миләүшә ШАМИЛОВА.