Даирә
+30 °С
Облачно
Новости
1 Апреля , 05:00

“Бәйләмгә ултырһам, донъямды онотам” – ти ҡул оҫтаһы

Беҙҙең әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр ҡышҡы оҙонкистәрҙә аулаҡ өйгә йыйылышып бәйләм бәйләгәндәр. Шунда береһенән-береһе матурыраҡ, ҡатмарлыраҡ биҙәктәр уйлап табып, оҫталыҡтарын йәш-елкенсәккә лә өйрәткәндәр. Йылы, йомшаҡ свитер, күлдәк, итәк, башлыҡ, бейәләй кеүек бәйләнгән әйберҙәр әле лә моданан сыҡмай, киреһенсә, улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа йылдан-йыл күберәк урын ала бара.

Ҡыҙыҡһынып, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүсе Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы
Зиннурова менән танышыу теләге менән Һәүәләй ауылына юл тоттоҡ. Ишеген шаҡып, килеп ингәс, башта тирә-яҡтағы матурлыҡҡа һоҡланып Бер аҙ баҫып ҡарап торҙоҡ – уның өйө сәскә аҡланын хәтерләтә ине. Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙының ҡулдары тыуҙырған эштәрҙе һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел – ҡайһы яҡҡа ҡараһаң да, диван-карауаттарҙа, ҡәнәфи һәм ултырғыстарҙа янып торган аллы-гөллө ҡул эштәре “көлөп” тора.
Ул ғына түгел, ул береһенән-береһе матур шәлдәр, биҙәкле кофта, күлдәк, бейәләй һәм ойоҡбаштар ҙа бар. Миңә лә уның береһенән-береһе матур ҡул эштәре менән танышыу насип булды.
- Әсәйем менән өләсәйемдән өйрәнеп, беренсе тапҡыр ҡулыма энә һәм ырғак алғанда миңә нисә йәш булғанын әйтә алмайым, әммә уҡырға төшмәгән инем әле. Сәғәттәр буйы матур-матур рәсемдәр сигеп, бәйләм бәйләп ултыра торғайным. Шулай итеп, был эш бәләкәйҙән үк күңелемә шатлыҡ һәм рәхәтлек бирә торған яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Әле лә бәйләмгә ултырһам, бөтә донъямды онотам.
Бөгөн инде бәйләм ептәренә ҡытлыҡ юҡ. Бөтөп китһәләр, магазинға барам да алам, ниндәй төҫ кәрәк, шуны үүҙем һайлайым.
Был шөғөл тынысланырға, бар сирҙәрҙе онотороға ярҙам итә. Шуға ла бәйләүҙән туҡтағаным юҡ. Янып торған асыҡ төҫтәргә өҫтөнлөк бирәм. Башлаған әйберемде бәйләп бөтөргәс, күңелемдә оло шатлыҡ тыуа. Ҡул эштәремде балаларға, туғандарға бүләк итеп бирәм. Ҡыҙым белән киленемдең дә йорттарын минең ҡул эштәрем биҙәй. Йортобоҙға килгән ҡунаҡтарға ла биреп ебәрәм. Бүләгемде оҡшатып ҡабул иткәндәрен күреү, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү йәнгә рәхәтлек бирә. Ҡабат эшкә тотонғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам. Ә бер ултырһам, мине тиҙ генә ҡуҙғатырмын тимә. Һан өсөн түгел, күңел өсөн эшләйем уларҙы. Ниндәйҙер матурлыҡ тыуҙыра алыуыма бик шатмын, - тип һүҙ башланы ҡул эштәре оҫтаһы.
Аллы-гөллө ептәрҙән генә түгел, башҡа төрлө материалдарҙан да матурлыҡ тыуҙыра ул. Әйтергә кәрәк, был бик ваҡ эш оҫталыҡ ҡына түгел, түҙемлек тә талап итә. Әммә был юҡҡа ғына түгел – тырышһаң, ғәжәйеп композициялар барлыҡҡа килә икән.
 
- Бер ваҡыт атлас таҫмалар менән сигеү модаға инеп китте, был эш мине лә ҡыҙыҡһындырҙы һәм мин йорт эштәренән бушаған арала, картиналар яһай башланым, мендәр тыштарын да шул ысул менән сигә башланым. Һатыуға әҙер һүрәтле туҡымалар һатып алып, төҫтәрен тура килтереп, сигеп ҡуям, ул шөғөл миңә бик оҡшай. Бына шул ысул менән Ҡол-Шәриф мәсетен һәм Ҡырым тәбиғәтен эшләп бөтөрҙөм, - ти ул, үҙенең шөғөлө менән таныштырып.
Иркен һәм яҡты йорттарҙың тәҙрә төптәрен төрлө-төрлө гөлдәр йәмләй. Иҙәндә ҙур һауыттарҙа ултырған гөлдәре лә байтаҡ. Күптәр өйҙәрен биҙәү өсөн әҙер картиналар һатып алһа, Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы күҙ нурын һәм ҡул йылыһын һалып сигелгән әйберҙәрен рамкаға ҡуйып, стенаға теҙгән, уның өйө хатта сәнғәт галереяһын хәтерләтә.
Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы иҫкиткес матур тәбиғәтле – борғаланып-һырғаланып аҡҡан йылға буйына, зифа буйлы аҡ ҡайындар араһында һыйынып ултырған, һәләтле һәм моңло халыҡ йәшәгән Үрге Төкөн ауылында донъяға килгән.
- Беҙ ете бала – дүрт ҡыҙ һәм ике малай үҫтек. Атайым Мөтәр Кинйәбулат улы һәм әсәйем Ғәзимә Хәбир ҡыҙы ябай колхозсылар ине. Беҙ үҫкәндә кейергә кейем, тегергә материалы юҡ. Бар нимәгә ҡытлыҡ ине. Тырыш, уңған, эшһөйәр атай-әсәйем колхоз эшендә лә йөрөнөләр, балаларын үҫтерергә лә өлгөрҙөләр. Атайым оҫта тегеүсе булды, “аяҡлы” тегеү машинабыҙ бар ине. Көндөҙ колхоз эшендә булһалар, төндәрен беҙгә ойоҡбаш-бейәләй бәйләп, тегеү тегеп үткәрәләр ине. Шул тиклем балаға еткерергә лә кәрәк бит!
 
Атай беҙгә - балаларына, күлдәк, ыштан тегеп кейҙерә ине. Миңзифа өләсәйем дә ауылда беренсе тегеүсе булған. Әлфиә һеңлем дә, уларға оҡшап, тегемгә әүәҫ ине. Ә миңа бәләкәйҙән йөн иләү, йомғаҡлау кеүек эштәр бик оҡшаны. Ҡыш етте, ҡар яуҙы, мин Яңы Ҡыйышҡыла йәшәгән өләсәйемә ҡунаҡҡа барғас, “Минең ойоҡбашым да, бейәләйем дә туҙған”, – тип зарландым. Ул: “Бына һиңә еп, ултыр ҙа бәйлә”, – тип энәгә нисек “күҙҙәр” йыйырға күрһәтеп бирҙе. Шулай итеп, ҡыҙыҡһынып, һарыҡ йөнөнән бәйләргә өйрәндем. Үҫә төшкәс, ағайым өйләнеп, йәшәргә Белоруссияға китте. Уға ҡанаҡҡа барғанда ла еп һатып ала инем. Унан һуң Мәскәүҙә эшләгән ҡустым да алып ҡайтып бирә ине.
Үҙем 40 йылдан артыҡ мәктәптә балаларға белем бирҙем. Шул ғүмерем эсендә ниндәй генә фәндәрҙән уҡытырға тура килмәне. Башта Күмертау педагогия училищеһын тамамлап, 11 ел мәктәптә физкультура алып барҙым. Унан һуң ситтән тороп Башҡорт дәүләт институтының география факультетында уҡыным. Мәктәптә эшләнем. Ул ваҡытта балалар бик күп, күрше ауылдарҙан да йөрөп уҡыйҙар ине. Унан һуң район мине педагог-психологка уҡырға ебәрҙе. Шулай итеп, 20 йыл тәрбиәгә ауыр бирелеүсе балалар, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр менән эшләргә тура килде.
Бөгөн инде мин хаҡлы ялда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормыш иптәшемдең генә ғүмере ҡыҫҡараҡ булды. Уның менән бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙек. Икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттек. Икесе лә тормошло, үҙаллы донъя көтәләр. Бер ейәнсәремә, өс ейәнемә һәм бер бүләсәремә һөйөнөп бөтә алмайым.
- Улым махсус хәрби операция башланыу менән илебеҙ һағына баҫып, ошо көнгә тиклем унда хеҙмәт итә. Ваҡыты булғанда, яйы сыҡҡанда хәбәрләшеп торабыҙ. Аталары иҫән булһа, улы өсөн ғорурланыр ине, - ти Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы хәрби улы тураһында.
Эйе, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ниндәй генә көслө булмаһын, әсә өсөн бала бала булып ҡала һәм ул уның өсөн ғүмер буйы йән атып, уны уйлап йәшәй. Балалары һәм ейәнәдре өсөн дә йән атып, уларҙың уңыштарына сөйөнә, улар өсөн борсола.
 
- Баҡсамда йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерергә, сигеү сигергә, бәйләм бәйләргә яратам. Был шөғөлдәр мине тынысландыра.
Тормош иптәшем 19 йыл элеватор начальнигы булып эшләне. Йыл һайын шифаханаға юллама бирәләр ине. Унда барған һайын яңы джемпер бәйләп, кейҙереп ебәрә инем. Яҙыусы Гөлфиә Юнысованың гаиләһе менән дуҫ булдыҡ, ҡунаҡҡа йөрөшә инек. Анда барғанда ла яңы күлдәк йәки кофта бәйләп кейә инем.
Мәүлиҙә апай яҙмыш һынауҙарына һынмаған, кешеләргә йәшәү дәрте, матурлыҡ өләшеп, башҡаларға өлгө булырҙай тормош юлы үтә.
- Буш ваҡыттарымда бәйләм бәйләйем, сигеү сигәм. Был шөғөлдәрҙә үҙемә күңел йыуанысы табам, Бер аҙ борсоулы уйҙарҙан онотолоп торам. Дөньяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын ине, барыбыҙҙың да балалары иҫән-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтһындар ине, тип теләп торам. Балалар иҫән-һау булһа, күңел тыныс була.
Был матурлыҡтарҙы тыуҙырыу кеҫәгә лә һуғалыр ул, тип уйлап ҡуйҙым. Ләкин яратҡан шөғөлөң булғанда, ваҡыты ла табыла, кәрәк-яраҡ алырға аҡсаһын да ҡыҙғанмайһың икән ул. Ә Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙының эштәре һәм идеялары күп әле: эреле-ваҡлы тартмаларҙа, төйөнсәктәрҙә сағыу ептәре, шәлдәре (уларҙы сүтеп ептәрен ала икән) сират көтөп ята.
Венера Ғафарова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас