Даирә
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март , 12:59

Һалдаттарға күстәнәс

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеү – һәр кемдең изге бурысы. Был эштән беҙҙең ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ла ситтә ҡалмай. Туҡмас киҫеп, төрлө тәмлекәстәр бешереп, ҡороттар киптереп, даими рәүештә адреслы посылкалар ебәреп торабыҙ. Махсус хәрби операция башланғандан алып маскировкалау селтәрҙәре лә үрәбеҙ.

Һалдаттарға күстәнәс
Һалдаттарға күстәнәс

Бына тағы ла, ураҙаның тәүге көнөндә, “Йомран апайҙары” төркөмө менән ауылдашыбыҙ Нурия Мөхәмәтшинаның өйөнә йыйылдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кәрәкле эш ҡоралдарын тотоп, дәррәү килеп тә еттеләр. Ирекмәнебеҙ Рәмилә Камалова йыйылған аҡсаға бешеренеү өсөн кәрәк-яраҡ һатып алып килгән. Был юлы беҙ күмәкләшеп яугирҙәргә бауырһаҡ бешерергә ниәтләнек.

Һалдаттарҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доғалар ҡылып, бисмиллаларыбыҙҙы әйтеп эш башлап ебәрҙек. Күмәкләп тотонғас, эшебеҙ бик тиҙ барҙы. Шөкөр, етмеш йомортҡаға баҫҡан ҡамырҙан тиҙ генә бауырһаҡтар бешереп тә ҡуйҙыҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул.

Изге эштә әүҙем ҡатнашыусы яҡташтарым – йорт хужабикәһе Нурия Мөхәмәтшина, Раушания Иҡсанова, Фәймә Ғәлиуллина, Әнисә һәм Сәхиә Хисамовалар, Нурия Саҙиҡова, Раушания Баязитова, Миңниса Зөбәйҙуллина, Тәнзилә Зәйнуллина, Гөлсимә һәм Лилиә Әхмәҙиеваларға оло рәхмәтлемен.

Ҡыҙғанысҡа, клубыбыҙ ябылыу сәбәпле, маскировкалау селтәре үреү эше әлегә туҡталып тора.

Ауылдаштарым менән бергәләп, изге теләктәр теләп бешергән күстәнәстәребеҙ яугирҙәргә барып етһен һәм уларға тыуған яҡтарын, өй йылыһын иҫкә төшөрөп ауыҙ итергә яҙһын!

Сажиҙә ӘХМӘҘИЕВА.

Ибраһим ауылы.

Автор:
Читайте нас