Уҙған йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бойомға ашырыу барышында Белорет – Учалы – Мейәс юлының 11 саҡырымы ремонтланды, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юд хужалығы министрлығы.
Учалы районында өс саҡырым юл нормативҡа ярашлы ителгән.
Белорет – Учалы – Мейәс юлы – республика транспорт селтәре өсөн мөһим өлөш. Ул ике районды тоташтырып, халыҡҡа үҙәктәргә – Белорет һәм Учалыға йөрөү өсөн хеҙмәт итә.
– Был юл республиканы Силәбе өлкәһе менән тоташтыра һәм М-5 “Урал” федераль трассаһына сығырға мөмкинлек бирә, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында, былтыр республикабыҙҙа 355 саҡырымдан ашыу юл һәм 11 күпер ремонтланған. 221 саҡырым юл –транспорт селтәренең мөһим өлөшөнә инә.
Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan