

Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн мобилизацияланған офицерҙың ҡатыны, Һәүәләй ауылында йәшәүсе Дания Зиннурова һәм балалары менән осрашып, уларҙың айырылыу һағыштары аша нисек йәшәүҙәре хаҡында һораштыҡ.
- Бер генә секундҡа ла иремде уйламаған ваҡытым юҡ. Торһам да, ятһам да, ул күңелемдән сыҡмай. Ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ ҙа атайҙарын һағыналар, ялға ҡайта торған көндәрен һанап ҡына торалар. Тыуған илде, беҙҙе һаҡларға юлланғанын аңлайым, уның менән ғорурланам. Әммә балаларҙы ҡарарға, донъя көтөргә тырышһам да, мораль яҡтан ауыр. Үҙем иртән балаларҙы мәктәпкә оҙатып, эшкә китәм. Урындағы пекарняла кулинар-кондитермын. Аталары киткәндә балаларыбыҙҙың икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөйҙәр ине. Бер йылдан ҡыҙыбыҙ Самира уҡырға барһа, уҙған йыл улыбыҙ Искәндәр беренсегә төштө. Әле береһе 3-сө, икенсеһе 1-се кластарҙа уҡыйҙар. Балаларыбыҙҙың нисек үҫеүҙәре, мәктәпкә йөрөүҙәре атайҙарынан башҡа булыуы ауыр. Ярай атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ рухи ярҙам бирә. Ирҙәр эшен дә башҡарырға тура килә. Саморез, ҡаҙаҡ менән эш иткән саҡтар күп. Мал ҡарау, баҡса үҫтереү тиһеңме, ауыл ерендә эш етерлек. Балаларыбыҙ ҙа хәҙер ҡул араһына инеп киләләр, эштән ҡайтып инеүемә Самира өҫтәл әҙерләй башлай, һауыт-һаба, иҙән йыуыуҙа ярҙамлаша. Икеһе лә баҡсала түтәл араларындағы сүпте уташа, һыу һибешәләр. Атайыбыҙ ҡайтыуға эште бөтөрәбеҙ, тип тырышалар. Был йылдар эсендә көтөргә, Хоҙайҙан һорарға һәм өмөт менән йәшәргә өйрәндем, - ти Дания Вәхит ҡыҙы.
Тыныслыҡ килеп, Зиннуровтарға һәм барлыҡ яугирҙәрҙең ғаиләләренә тиҙерәк йылы ғаилә усағында йәшәргә насип булһын.
Фәниә Сәлимгәрева.
Автор фотоһы.