

Миңә ҡалһа, бала саҡта игеҙәктәр икенсе төрлө кешеләр һымаҡ тойола ине. Шулай беренсе класта уҡып йөрөйбеҙ. Мин улар тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләйем. Бер-береһенә шул тиклем оҡшағандар бит. Үҙемсә маҡтанам йәнәһе.
Өйҙә минән игеҙәк ҡыҙҙарҙы нисек айыраһығыҙ, тип һорайҙар.
Мин ни, эре генә яуап бирәм. Уның нимәһе бар? Уң яҡта ултырғаны Рәйлә, һул яҡтағыһы Ләйлә, тигән булам. Ә улар алмашынып ултырһалар, тип, минең башымды ҡатыралар ине ағай-апайҙарым.
Улай булһа, һул яҡтағыһы Рәйлә, ә уң яҡтағыһы Ләйлә, тим. Үҙем саҡ-саҡ айырам инде.
Һәүәләй урта мәктәбен тамамланға ла байтаҡ йылдар уҙҙы. Класташтар менән осрашҡанда шул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп һөйләшеп алабыҙ.
Әлеге ваҡытта һүрәттәге игеҙәктәр, хәҙер инде әсәй, өләсәй булғандар. Һул яҡта торғаны Ләйлә, иптәше Заһир Абдрафиҡов менән ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Һәр береһенең үҙҙәренең ғаиләләре бар. Бишауыл-Уңғар ауылында торалар.
Уң яҡтағыһы Рәйлә. Уның тормош иптәше Мөнзәр Йәрмөхәмәтов. Ибраһим ауылында йәшәйҙәр. Уларҙың ғаиләһендә дүрт бала: өс ул һәм бер ҡыҙ. Төпсөктәре генә өйләнмәгән, ҡалғандарының үҙ донъялары бар.
Игеҙәк класташтарым аш-һыуға оҫталар, күҙҙең яуын алырлыҡ гөлдәр, сәскәләр үҫтерәләр, тегеү, сигеүгә лә маһирҙар.
Рәйлә 2015 йылдан бирле Һәүәләй ауыл Советына депутат булып һайланған. Бишенсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" тигән республика конкурсында диплом менән бүләкләнгән. Әле яңыраҡ ҡына "Хазина" төркөмөндә үткәрелгән уйында ҡатнашып түшелдерек тә отто.
Мин үҙем әле һаман да оло йәштә булһам да, игеҙәктәрҙе күрһәм, һаман да һоҡланып ҡарайым.
Фирүзә Ғирфанова, мәғариф уҙаманы.
Шәрипҡол ауылы.