-13 °С
Болотло
2026 йылдың 30 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Сараны БСТ, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә, трансляцияны республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә лә ҡарарға мөмкин. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләй.