Даирә
+30 °С
Болотло
Новости
22 Ғинуар , 10:00

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу дауам итә

Хөкүмәтебеҙ тарафынан махсус хәрби операция яугирҙәренә, уларҙың ғаиләһенә төрлө ярҙам саралары күрелә. Шуларҙың береһе – торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу дауам итәТорлаҡ шарттарын яҡшыртыу дауам итә
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу дауам итә

Программа сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов, райондың социаль координаторы Ғәлиә Бикбаева, район комиссияһы составына ингән белгестәр Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән МХО ветераны Сергей Черновтың торлаҡ шарттарын тикшерергә килде.
Сергей Чернов 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбен тамамлай. Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында бухгалтер белгеслеген алғандан һуң Эске эштәр министрлығы мәктәбендә юрист һөнәренә уҡый. Байтаҡ йылдар Яҡутстанда эшләй һәм йәшәй.
Колонияла эшләп йөрөгән еренән 2023 йылдың ғинуарында Владивостоктағы 155-се диңгеҙ пехотаһына мобилизациялана. Махсус хәрби операция зонаһында химик, пулеметчик булып хеҙмәт итә. Шул йылдың мартында ауыр яралана – һул аяғына ярсыҡтар эләгә. Төрлө ҡалаларҙа госпиталдәрҙә дауаланыу алғандан һәм оҙайлы реабилитация уҙғандан һуң уҙған йылдың йәйендә демобилизицияланып, тыуған яғына ҡайта.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградланған.
Торлаҡты комплекслы яңыртыу программаһы сиктәрендә Сергей Валерьевич аш-һыу һәм санузел бүлмәләре тулыһынса яңыртыу, заманса аш-һыу гарнитураһын, уңайлылыҡ стандарттарына яуап биргән ванна урынлаштырыу, «Аҡыллы йорт» системаһы пункттарын һайланы. Шулай уҡ программа буйынса уға кәрәкле оргтехника менән йыһазландырылған заманса эш урыны әҙерләнәсәк, шул иҫәптән компьютер, принтер һәм уҡытыу, квалификацияһын үҙгәртеү һәм өйҙән эшләү өсөн кәрәкле башҡа ҡорамалдар тапшырыласаҡ.
Белгестәр яугирҙең торлаҡ шарттарын ентекләп тикшереп, адаптация ҡулайламаларын урынлаштырыу өсөн кәрәкле үлсәмдәр алды. Ыңғай ҡарар сығарылғандан һуң барлыҡ был эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн дүрт айҙан ярты йылға тиклем ваҡыт үтәсәк.
– «Торлаҡ шарттарын яраҡлаштырыу» программаһы – ветерандарҙың киләсәгенә инвестиция, уларға тулы тормошҡа ҡайтыу, үҙ-үҙенә ышаныс табыу һәм йәмғиәт үҫешенә үҙ өлөшөн индереүгә булышлыҡ итә.
Эш дауам итә, беҙ ай һайын республика буйынса ике-өс районға сығабыҙ, - тине “Ватанды һаҡлаусылар” республика филиалы фонды етәксеһе урынбаҫары Ирек Айрат улы.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн урындағы социаль координаторға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белгестәр ғариза яҙыу өсөн кәрәкле документтар йыйырға ярҙам итәсәк.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас