Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар , 16:06

Иҫерек килеш машина йөрөтөү ҡиммәткә төшкән

Ҡырмыҫҡалы район суды Архангел районында йәшәүсегә ҡарата ике енәйәт ҡылған өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы.

Суд барышында асыҡланыуынса, элек иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ғәйепләнеүсе, тыйыуға ҡарамаҫтан, ҡабаттан иҫерек килеш транспорт саралары менән идара итә һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға хәүеф тыуҙыра.
Мәҫәлән, 2025 йылдың июлендә ғәйепләнеүсене мотоцикл руле артында полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата, тикшереү барышында уның иҫерек булыуы асыҡлана, ә 2025 йылдың сентябрендә үҙ автомобиле руле артында ир тағы ла иҫерек килеш тотола.
Суд иргә транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан өс йылға мәхрүм итеп, 300 сәғәт мотлаҡ эшкә хөкөм итте.
Бынан тыш, енәйәттәрҙә ҡулланылған ғәйепләнеүсенең милкендәге “Атлант” маркалы мотоциклы һәм “ВАЗ 21043” автомобиле дәүләт килеменә тартып алына.
Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Илмира Байғусҡарова, суд рәйесе ярҙамсыһы.

Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас