- Линара Вәкил ҡыҙы, үҙегеҙ һәм ни өсөн нәҡ табип һөнәрен һайлауығыҙ тураһында һөйләһәгеҙсе?
- Беҙҙең ҙур ғаиләбеҙҙә бер ҡасан да табиптар булмаған, ләкин был хыял күп туғандарҙың күңелдәрендә йәшәй ине. Киләсәк һөнәр тураһында һүҙ барған саҡта, үҙебеҙҙең ғаилә табибы булһа, нисек яҡшы булыр ине, тип кем дә булһа гел әйтә торғайны.
Мәктәп йылдарында уҡ биология һәм химия фәндәрен ҡыҙыҡһынып өйрәндем. Был фәндәр минең өсөн кеше организмының ғәжәп донъяһын, уның ҡатмарлы һәм гармониялы эшмәкәрлеген асып бирә ине. Кешеләргә сәләмәтлектәрен һаҡларға булышлыҡ итеү һәм һаулыҡҡа мохтаж булғандарға уны ҡайтарыу тураһында гел уйландым.
Ваҡыт үтеү менән был ҡыҙыҡһыныуым ғүмеремде медицина менән бәйләү тураһындағы ныҡлы ҡарарға әйләнде. Әлбиттә, һөнәремдең бар яуаплылығын һәм ауырлығын аңлайым, ләкин ғаиләмдең өмөттәрен аҡлауыма һәм медицина һөнәренең лайыҡлы вәкиле буласағыма ышанам. Сөнки, кешеләргә иң ҡәҙерлеһе - сәләмәтлекте һаҡларға ярҙам итә алыуҙан да мөһимерәк нимә юҡ.
- Был өлкәлә нисә йыл эшләйһегеҙ?
- Медицина институтын тамамлағандан һуң эшмәкәрлегемде Һәүәләй участка дауаханаһында башланым. Бында мин төрлө пациенттар менән эшләп, байтаҡ тәжрибә тупланым.
Ә илдә коронавирус пандемияһы башланғас, мине район үҙәк дауаханаһында табиптар етешмәү сәбәпле, ҡыҙыл зонаға күсерҙеләр. Баш инфекционист вазифаһынан киткәндән һуң минең елкәмә өҫтәмә яуаплылыҡ ятты. COVID-19 менән ауырыған пациенттарҙан тыш, ВИЧ-инфекция һәм гепатит менән ауырыған кешеләргә ярҙам итергә тура килде. Был эш тәрән белем һәм һәр осраҡҡа айырым ҡараш талап итте.
Әкренләп инфекция ауырыуҙарының минең һөнәремдә төп йүнәлеш алғанын аңланым. Шул уҡ йылдың йәйендә пациенттарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле белем алыу маҡсатында “Инфекция ауырыуҙары” белгеслеге буйынса ординатураға документтарымды бирергә ҡарар иттем.
- Һөнәрегеҙҙе нимә өсөн нығыраҡ яратаһығыҙ?
- Инфекционист табип эшендә айырыуса ҡиммәтле нимә - беҙ кешегә тиҙ арала тулы ҡиммәтле тормошҡа ҡайтырға ярҙам итәбеҙ. Беҙгә килгәндәге хәлһеҙ, һүлпән пациенттар, бер аҙҙан бөтөнләй икенсе кешеләр булып китәләр. Уларҙың күҙҙәре яҡтыра, энергия ҡайта, йөҙҙәрендә йылмайыу күренә. Үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү һәм кешеләргә ярҙам итеүеңде белеү - беҙҙең хеҙмәт өсөн иң яҡшы бүләк.
- Беҙҙең районда киң таралған инфекция төрҙәре ниндәй?
- Яҙғы- йәйге осорҙарҙа сысҡан биҙгәге, талпан энцефалиты менән зарарланыу осраҡтары артһа, көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа киҙеү һәм киҫкен респираторлы-вируслы инфекция, үпкә ялҡынһыныуы, туберкулез, төрлө гепатит менән сирләүселәр ҙә бар.
- Киҙеүҙән нисек һаҡланырға? Кемдәргә вакцинация эшләтеү мотлаҡ?
- Киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияларҙы специфик иҫкәртеүгә бөтә илдә киҙеүҙән һаҡланыуҙың төп ысулы итеп билдәләнгән вакцинация ҡарай. Прививкалар эпидемия осоро алдынан сентябрь-ноябрь айҙарында үткәрелә. Уның өсөн Рәсәй һәм шулай уҡ сит ил етештергән төрлө вакциналар ҡулланыла. ВОЗ кәңәштәренә яраҡлы рәүештә йыл һайын вакциналар яңыра.
Киҙеү һәм киҫкен респираторлы – вируслы инфекцияға ҡаршы көрәштә - елләтеү, бүлмәләрҙе таҙа тотоу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү кеүек дөйөм гигиена саралары ҙур роль уйнай. Ауырыуҙың юғары осоронда күп кеше йыйылған сараларға бармау тәҡдим ителә.
Вакцинация кәрәк булған хәүеф төркөмө:
* 6 айҙан 5 йәшкә тиклем балалар
* 60 йәштән өлкән кешеләр
* Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар
* Хроник ауырыуҙар менән сирләүселәр
* Медицина һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
- Ауырып киткән осраҡта, иң беренсе нимә эшләргә?
- Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ берҙәм регистратураға “122” номерына шылтыратып, табипҡа алдан яҙылып күренергә мөмкин. Температура менән дауаханаға барған осраҡта, ҡыҙыл зонаға мөрәжәғәт итеп, терапевҡа күренегеҙ. Ул һеҙҙе кәрәк тип тапһа, инфекционистҡа йүнәтлмә менән ебәрер.
Хәлегеҙ ҡапыл насарайһа (тын ҡыҫылғанда, көслө ауыртыу, аң буталғанда) 103 йәиһә 112 һандары буйынса “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.
- Йорт шарттарында вируслы ауырыуҙар ваҡытында ниндәй һаҡлыҡ саралары күрергә?