Сара башҡорт берләшмәләрен туплауға, мәҙәни һәм йәмәғәт проекттары үҫешенә, шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә патриотик тәрбиәне нығытыуға йүнәлтелгәйне.
Был көндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы һәм Башҡарма комитеты, шулай уҡ Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Кушнарен, Нуриман, Өфө, беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районынан делегациялар, шулай уҡ республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре: “Башҡортостан” гәзите мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Йома” тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы Морат Лоҡманов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова ҡатнашты.
Ҡатнашыусыларҙы ваҡытлыса район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов сәләмләне.
Стратегик сессияла башҡорттар ҡоролтайының проекты һәм пландары буйынса фекер алышыу булды. Ул идеялар һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығына әйләнде.
Ҡатнашыусылар мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы квиз-уйындарҙа көс һынашып, үҙҙәренең белемдәрен һәм команда рухын күрһәтте. Был тарих, мәҙәниәтте белеүгә интеллектуаль ярыш ине.
Ярыштарҙа өлгөргәнлек һәм зирәклек күрһәткән Нуриман районы командаһы 1-се урын, Ҡырмыҫҡалы районы командаһы 2-се урын, Архангел районы командаһы 3-сө урын яуланылар.
Ауырғазы, Өфө, Благовещен, Кушнарен райондары командалары Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар.
Ҡунаҡтарҙы район тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырыу маҡсатында музей хеҙмәткәрҙәре тарафынан Ватанды һаҡлаусы яҡташтарға һәм Табын, Мең ырыуы башҡорттары ырыуҙарына арналған күргәҙмәләр ҡуйылды.
Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса ла һөйләшеү булды. Әлеге ваҡытта милли баҫмаларҙы үҫтереү, таратыу мәсьәләләре көнүҙәк булып тороуы, нәшриәт йортоноң альтернатив рәүештә баҫмаларға яҙылыу өсөн эшләргә әҙер булыуҙары, һәр башҡорт ғаиләһе туған телдә бер баҫма алдырырға бурыслы тигән һүҙҙәр яңғыраны. Был көндө почта хеҙмәткәрҙәре республика баҫмаларына яҙылыу ҙа ойошторҙо.
Сарала төрлө йүнәлештәге проекттарҙа башҡорт телен үҫтереү буйынса файҙалы фекерҙәр тәҡдим ителде. Улар араһында өләсәйҙәр мәктәбен булдырыу, ғаиләлә туған телдә һөйләшеү, балалар баҡсаларында телгә өйрәтеү, ағинәйҙәрҙең эшмәкәрлегендә илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләүе, йолалар, фольклор уйындар, йыр-бейеүҙәр өйрәтеү, ауылдарҙа урам спорты, “Ритайым” үткәреү, шағирҙар, шәхестәр менән балалар, йәштәр өсөн осрашыуҙар уҙғарыу, шиғырҙар уҡыу, тимур командаларын тергеҙеү, эшҡыуарлыҡҡа өйрәтеү, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә, ғаиләләренә иғтибарлы, аңлы булыу кәрәклеге хаҡында һүҙҙәр яңғыраны.
Дөйөм алғанда, осрашыуҙа ҡатнашыусылар башҡорт телен үҫтереү буйынса фекер алышты, киләсәккә ышаныс тыуҙырған “Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ һәм буласаҡбыҙ!” тигән һүҙҙәргә баҫым яһап, бергә, берҙәм булайыҡ, тип таралышты.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.