Даирә
+30 °С
Болотло
Новости
19 Ноябрь 2025, 05:42

Балалар һабантуйы – күркәм һәм күңелле байрам

Пионерия көнө сиктәрендә Тауһеңер яланында балалар һабантуйы гөрләне.Балалар өсөн һабан туйы үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул тағы ла эстәлеклерәк һәм күләмлерәк итеп ойошторолдо. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.

Балалар һабантуйы – күркәм һәм күңелле байрамБалалар һабантуйы – күркәм һәм күңелле байрам
Балалар һабантуйы – күркәм һәм күңелле байрам

Һабантуйға уҡыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Рәнис Хәсәнов, «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге директоры Ренат Кәримов, «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Семен Никишин, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының почетлы вәкиле Людмила Богуславская, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Әхмәрова, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм пионер хәрәкәте ветераны Мәрйәм Абакачева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Балалар һабантуйында ҡуйылған тирмәләр зауыҡлығы менән генә түгел, ә иҫ киткес бай йөкмәткеһе менән айырыла. Ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә уҡыусылар матур сығыштар менән ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыусылар байрамдың темаларына арналған күргәҙмәләр, балаларҙың ижади эштәре менән танышты, тирмә хужалары үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Байрам тантанаһы алдынан пионер флагын күтәреүгә Бөтә Рәсәй һәм республика еңеүселәре гимназия уҡыусыһы Дарья Шинова һәм 2-се Ҡырмыҫҡалы уҡыусыһы Тигран Гаджиянға бирелде. Сараның рәсми өлөшөн тантаналы асып, барлыҡ сығыш яһаусылар ҙа уҡыусыларға иң изге теләктәрен еткерҙе, рәхмәттәрен әйтте.
- Балалар һабантуйы – күркәм һәм күңелле байрам. Пионерия көнө - бөгөн Балалар йәмәғәт ойошмаһы тип атала. Был байрам дуҫлыҡ, ҡыйыулыҡ, үҙ-ара ярҙам идеяларына тоғролоҡто кәүҙәләндерә. Ҡыйыу, ижади, иң яҡшы хыялдарығыҙҙы һәм идеяларыбғыҙҙы тормошҡа ашырырға, ҡыйыу рәүештә алға барырға һәм бөтә яҡшы эштәрҙә һәм башланғыстарҙа, уҡыуҙа, спортта беренсе булыуығыҙҙы теләйбеҙ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы һәм республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары, конкурстары һәм ярыштары еңеүселәрен һәм призерҙарын, иң юғары уңыштарға өлгәшкән иң әүҙем уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларын бүләкләне. Иҫке Муса урта мәктәбенең Риф Баҡыев исемендәге пионер дружинаһы иң яҡшы дружина тип танылды, кубок һәм ҡиммәтле призға лайыҡ булды.
Шулай уҡ райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Әхмәрова “Һайлауҙар – йәштәр күҙлегенән” тип исемләнгән район иншалар конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләп үтте.
Һабантуй, әлбиттә, йыр-бейеүһеҙ, уйын-көлкөһөҙ, ярыш-бәйгеләрһеҙ үтмәй. Мәғариф учреждениеларының ижади коллективтары барыһына ла сағыу концерт номерҙары бүләк итте. Балалар төрлө милли уйындарҙа, спорт ярыштарында һәм башҡа эстафеталарҙа ҡатнашты. Һәр кем үҙ һәләтен, таҫыллығын, отҡорлоғон, зиһенен күрһәтергә, әүҙем ҡатнашырға тырышты.
Әлбиттә, ниндәй генә һабантуй булмаһын, уны милли көрәшһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Был юлы ла бил бирмәҫ батырҙар бер-бер артлы келәмгә сыҡты. Көрәш йомғаҡтары буйынса Прибельский ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы Дмитрий Дәүләтов абсолют чемпион тип танылды.
"Иң Яҡшы палаткалы ҡаласыҡ" конкурсы йомғаҡтары буйынса Илтирәк ауылының төп мәктәбе 1-се урынға лайыҡ булды, 2-се урынды Прибельский урта мәктәбе яуланы, 3-сө урынды 2-се Ҡырмыҫҡалы һәм Иҫке Бәпес урта мәктәптәре бүлеште.
Һабантуй “Фантик” тип аталған экологик операция менән тамамланды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас